

11 июлдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Геройҙар ваҡыты” федераль кадрҙар программаһының икенсе ағымы финалсылары менән осрашты. Ул 2024 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы буйынса эшләй башланы. Проектта ҡатнашыусыларҙың тәүге ағымына республиканан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, Рәсәй Геройҙары Борис Дудко һәм Степан Белов, шулай уҡ Радий Хәбиров остазы булған Оскар Ситдиҡов инде.
2024 йылдың ноябрендә программаның икенсе ағымы финалсыларын һайлап алыу башланды, уның йомғаҡтары буйынса 85 кеше билдәләнде. Улар иҫәбендә Башҡортостан вәкилдәре – Рәсәй Геройы Денис Чернавин, Денис Камалетдинов, Илья Миронов һәм Денис Худяков.
Проектта ҡатнашыусылар менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы хәрбиҙәрҙе кадрҙар программаһына инеүҙәре менән ҡотланы һәм уларҙың артабанғы эш пландарын тикшерҙе. Радий Хәбиров Денис Чернавиндың остазы булды.
– Беҙ һеҙгә һәр яҡлап ярҙам итергә әҙербеҙ. Әгәр һеҙ артабанғы тормошоғоҙҙо республика менән бәйләргә ҡарар итһәгеҙ, һәр берегеҙ бында талап ителәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙең тәжрибәгеҙ, лидерлыҡ сифаттарығыҙ һәм алған компетенцияларығыҙ һәр хәлдә бәләкәй ватанға файҙа килтерергә мөмкинлек бирәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың февралендә Башҡортостанда “Геройҙар ваҡыты” федераль проектының дауамы булараҡ “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы эшләй башланы. Унда МХО-ның ғәмәлдәге һәм демобилизацияланған ҡатнашыусылары ҡатнаша. Рәсәйҙең 40 төбәгенән бөтәһе 2 меңдән ашыу ғариза килгән. Ҡатмарлы конкурент һайлап алыу йомғаҡтары буйынса финалға 70 ҡатнашыусы сыға.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.