Геройҙар дәүере
13 Июль 2025, 13:10

Ватан һаҡсыларын хөрмәтләнеләр

Тыуған илебеҙҙе элекке яуҙарҙа булһынмы, хәҙер махсус хәрби операция биләмәһендәме, ысын ирҙәр, ҡаһармандар һаҡлай, һоҡланғыс батырлыҡ өлгөһө күрһәтә.

Ватан һаҡсыларын хөрмәтләнеләрВатан һаҡсыларын хөрмәтләнеләр
Ватан һаҡсыларын хөрмәтләнеләр

Ватан һаҡсыларын хөрмәтләнеләр

Ай башында Рәсәйҙә Хәрби хәрәкәт ветерандары көнө билдәләнә. Был көн – Ватаныбыҙҙы һаҡлап, уның мәнфәғәттәрен яҡлап көрәшеүсе яугирҙәргә айырым хөрмәт күрһәтеү билдәһе. Тыуған илебеҙҙе элекке яуҙарҙа булһынмы, хәҙер махсус хәрби операция биләмәһендәме, ысын ирҙәр, ҡаһармандар һаҡлай, һоҡланғыс батырлыҡ өлгөһө күрһәтә.

Был көндө республикабыҙҙа тантаналы саралар ойошторолдо. Әйтәйек, Өфөләге “Беренсе Май” мәҙәниәт һәм ял паркында “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан филиалы ойошторған сарала МХО ветерандары һәм яугирҙәре, уларҙың туғандары ҡатнашты.

Стәрлетамаҡта ла бер нисә майҙанда әһәмиәтле саралар барҙы. Унда хәрби хәрәкәт ветерандары, махсус хәрби операция яугирҙәре менән уларҙың ғаилә ағзалары, ҡала халҡы ҡатнашты. Ю. Гагарин исемендәге паркта МХО-ға арналған күргәҙмә эшләне, Еңеү паркында яугир-интернационалистарға ҡуйылған стелаға сәскә һалдылар, патриотик темаға бағышланған күргәҙмә лә эшләне.

Аҙаҡ кинотеатрҙа “Тыл көсө” тигән фильм күрһәтелде. Ул МХО башланғандан алып яугирҙәргә ярҙам иткән ҡала халҡы тураһында һөйләй.

Әле илебеҙ кисергән ҡатмарлы осор – ул батырҙар заманы. Яу ҡырында ла, тылда ла ҡаһарман йөрәкле, ҡорос рухлы кешеләр еңеүгә үҙ өлөшөн индерә, башҡалар күңеленә лә ҡаҡшамаҫ ышаныс һала. Һәм һөйләп үткән саралар – ошондай шәхестәргә айырым иғтибар, ихтирам күрһәтеүҙең әһәмиәтле бер өлөшө.

Һүрәттәрҙә: Өфө, Стәрлетамаҡтағы сараларҙан күренештәр.

Фото: vk.com/zashitnikiotechestvarb

Ватан һаҡсыларын хөрмәтләнеләр
Ватан һаҡсыларын хөрмәтләнеләр
Ватан һаҡсыларын хөрмәтләнеләр
Ватан һаҡсыларын хөрмәтләнеләр
Ватан һаҡсыларын хөрмәтләнеләр
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас