

Салауат ҡалаһында йәшәгән 57 йәшлек яугир ҡыҫҡа ғына ял ваҡытында хәрби хеҙмәте, яуҙаштары тураһында әңгәмәләшергә, күңелен бушатырға ваҡыт тапты. “Лелик” позывнойлы яугир мәктәпте тамамлағандан һуң сауҙа-кулинария училищеһына уҡырға инә. Армияла һауа һөжүменә ҡаршы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә.
“Өйләнгәнмен, ике ҡыҙым бар. Һуңғы йылдарҙы “Газпром добыча Ямбург” йәмғиәтендә водитель булып эшләнем, – ти ул. – Эш хаҡым яҡшы, эш шарттары уңайлы ине. 2024 йылдың октябрендә Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәс, тәүҙә бер кемгә лә әйтмәнем. Аҙаҡ ниәтемде белгәс, күптәр яратҡан эшемде, ғаиләмде ташлап олоғайған көнөмдә махсус хәрби операцияға юлланыуыма бик аптыраны. Ҡеүәтле Советтар Союзында үҫкән, илһөйәрлек рухында тәрбиәләнгән, бурыс һәм намыҫ тигән төшөнсәләрҙе яҡшы үҙләштергән кеше булараҡ, мин башҡаса булдыра алмай инем, – тип һөйләй “Лелик”. – Тәүҙә беҙҙе әҙерлек үтеү өсөн Воронежға ебәрҙеләр. Төрлө ҡоралдарҙы өйрәндек. Аҙаҡ Луганск Халыҡ Республикаһында ике аҙна тирәһе ҡоралдарҙан атырға, дрондарҙан нисек ҡотолорға, хәрби эш нескәлектәренә өйрәттеләр. Беҙҙе, өлкән йәштәге дүрт яугирҙе, айырым пулемет расчетына беркеттеләр. Пулемет 36 килограмм ауырлыҡта, өҫтәүенә һиндә автомат, бронежилет, хәрби комплект, аҙыҡ һәм һыу – һәм ошоларҙы егерме километр тирәһе артмаҡлайһың. Бурыстарыбыҙҙың береһе – алғы һыҙыҡҡа рюкзакка һалып мина ташыу. Рюкзакка 32 килограмм ауырлығында ике мина һыя. Шагомер тип йөрөткән прибор ҡайһы саҡта 35 мең аҙым яһағанды күрһәтә, был 32 километр тигән һүҙ. Бына шундай арифметика.
Дошман дрондары беҙҙе һағалап ҡына тора. Уларҙың ҡасан тепловизорҙарын зарядкалауҙарын иҫәпкә алып, был ваҡытта артабан хәрәкәтләнергә кәрәк. Урман буйлап барғанда бер күҙең менән һауаны күҙәтәһең, икенсе күҙең менән – ерҙе. Ерҙә һине минаның ҡарауыллап тороуы ихтимал.
Бер урында торорға ярамай, “ҡарсыға”ларҙан тыш, артиллерия, минометтар, танктар һөжүм итә. Таушынан танып, нимәнең беҙгә табан осоуын аңдып тораһың. Төнөн блиндажда ла хәүефле. Дошман беҙҙең элекке биләмәне яҡшы белә. Блиндаждың өҫтөн йылы сыҡмаһын һәм тепловизор шәйләп ҡалмаһын өсөн пленка менән ябаһың. Юғалтыуҙар артмаһын өсөн яңы ғына хеҙмәткә килгәндәргә барыһын да һөйләп аңлатырға, күрһәтергә, уларҙың ғүмере тураһында хәстәрлек күрергә тура килә.
Һуғыш яланында ауырлыҡтар етерлек. Йыуынырға урын юҡ, эсәр һыу менән проблема. Ташландыҡ ауылдарҙа ҡойолар бар, әлбиттә. Тик унда барып етергә кәрәк. Быйыл ғинуар аҙағында сираттағы тапҡыр алғы һыҙыҡҡа антибиотиктар, һыу илтергә киттем. Яугирҙәрҙең тәүлек буйы һыуһыҙ ултырғаны билдәле. Мине бер дрон тотоп алды, үксәне яраланы. Аяҡтың ойоғанын һиҙәм. Мин йүгерәм, ә артымдан дрон оса. Блиндажға барып етеп, үҙемә жгут, бинт ярҙамында тәүге ярҙам күрһәтәм, ауыртыуҙы баҫыусы укол яһайым. Бер сәғәт тирәһе дрондар блиндажды һағаланы. Ниһәйәт, осоп киттеләр. Ошо ваҡытта артабан йүгерергә кәрәк, юғиһә, уколдың тәьҫире бөтә. Санитарҙар ярамды бәйләне, эвакуация пунктына өс тәүлек буйы барырға тура килде. Миңә тағы ике яралы өҫтәлде. Кеҫәмдәге бер алманы өскә бүлеп ашаныҡ. Бынан дә тәмлерәк алманы ашағаным булманы кеүек. Аҙаҡ санитар эшелонына ултырттылар, Подольскиҙа беҙҙе бик йылы ҡаршы алдылар, вагон тулы тәмле аҙыҡ-түлек, яҡшы һыйландыҡ. Ике ай ярым госпиталдә дауаландым. Реабилитацияла булдым һәм яңынан алғы һыҙыҡҡа! Һәр көн ут аҫтында кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу өсөн тырышырға кәрәк. Контракт төҙөгәнем өсөн һис үкенгәнем булманы. Ҡыҙымдың:”Атай, һин ысын герой!”, – тип әйтеүенән дә оло баһа юҡ минең өсөн.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.
2025 йылдың 5 июненән контрактниктарға бер тапҡыр бирелеүсе 1,4 миллион һум (бер миллион һумы– республиканан, 400 мең һумы– федераль бюджеттан) ҡаралған. Әгәр контракт Өфөлә төҙөлһә, дөйөм сумма (муниципаль түләүҙәр менән бергә) 1,7 миллион һум тәшкил итәсәк.
Фото: “Выбор” гәзите.