Геройҙар дәүере
15 Июль 2025, 17:15

“Нива” яҡташыбыҙға барып етте

Урмансылар үҙ иҫәптәренә махсус хәрби операция зонаһына оҙатыу өсөн автомобиль һатып алды.

“Нива” яҡташыбыҙға барып етте“Нива” яҡташыбыҙға барып етте
“Нива” яҡташыбыҙға барып етте

Нуриман урмансылары үҙ иҫәптәренә махсус хәрби операция зонаһына оҙатыу өсөн автомобиль һатып алды, тип хәбәр итә Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.  

Машина техник хеҙмәтләндереү һәм диагностика үткән, запасҡа шиндар алынған. Транспорт сараһын Нуриман урман хужалығы хеҙмәткәренә, хәҙерге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугиргә тапшырғандар.

“Беҙҙең тупланғанлыҡтан һәм ярҙамға килергә әҙер тороуҙан Ватанды һаҡлаусыларҙың рухи көсө һәм ныҡлығы тора. Беҙҙең бурыс – улар тураһында хәстәрлек күреү һәм тейешле бөтә нәмә менән тәьмин итеү”, – тип билдәләне Нуриман урман хужалығы директоры Азамат Нурғәлин.

Фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының телеграм-каналынан.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас