Геройҙар дәүере
15 Июль 2025, 14:15

Һүҙ түгел, ә эш

“Тыныс тормошҡа ҡайтыу – яңы мөмкинлектәр, ҡаҙаныштар менән тулы ҙур юлдың башы ғына”.

Һүҙ түгел, ә эшҺүҙ түгел, ә эш
Һүҙ түгел, ә эш

“Башҡортостан геройҙары” кадрҙар проектында ҡатнашыусылар өсөнсө белем биреү модулен тамамланы. Семинар “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһендә республиканың билдәле сәйәсмәндәре, депутаттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында үтте.

Өсөнсө этапта спикерҙар федераль һәм төбәк кимәлендәге партия проекттары, граждандарҙы ирекмәнлеккә йәлеп итеүҙең заманса алымдары тураһында мәғлүмәт бирҙе, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаилә ағзаларына эшҡыуарлыҡ буйынса ярҙам күрһәтеү мәсьәләһенә иғтибар бүлде.

Билдәле булыуынса, “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар проекты партияның төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы барлыҡҡа килде һәм “Геройҙар дәүере” федераль программаһының дауамы булып тора. “Берҙәм Рәсәй” уны тормошҡа ашырыу өсөн, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ихтыяждарын иҫәптә тотоп, өс модулле тематик программа төҙөнө.

“Һүҙ түгел, ә эш. Беҙҙең партияға тап шул сифат хас. Йылдар дауамындағы практика күрһәтеүенсә, “Берҙәм Рәсәй” – ҙур мөмкинлектәр платформаһы, унда һәр кем үҙенең урынын таба һәм йәмғиәт мәнфәғәтендә хеҙмәт күрһәтә ала. Айырыуса һеҙҙең – хәрби хәрәкәттәрҙе үткәндәрҙең – тәжрибәһе ҡиммәтле. Ундағы һынауҙарҙы үткәндәр генә МХО-ға аныҡ ярҙам итә ала икәнен аңлайбыҙ. Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн һеҙгә тейешле шарттар булдырырға ынтылабыҙ”, – тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе секретарының беренсе урынбаҫары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, проектта ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.

Партияның Үҙәк башҡарма комитетындағы Төбәк һәм технология эшмәкәрлеге идаралығы департаменты кәңәшсеһе, МХО ветераны Павел Коломацкий иһә ПТСР-team проекты тураһында һөйләне. Ул махсус хәрби операция яугирҙәренә, ветерандарына ярҙам итеүгә – күңел көсөргәнешенә ҡаршы көрәшкә, граждандар тормошона ҡулайлашыуға, социалләшеүгә йүнәлтелгән.

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко проектта ҡатнашыусыларҙы “СВОй бизнес” федераль программаһы менән таныштырҙы. Ул шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, уларҙың ғаилә ағзалары өсөн эшҡыуарлыҡ йәһәтенән ярҙам саралары тураһында һөйләне.     

МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе, программаның йәмәғәт советы секретары Оскар Ситдиҡов “Башҡортостан геройҙары” төбәк кадрҙар проектын тормошҡа ашырыу буйынса киләсәккә пландар хаҡында бәйән итте. Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов әлеге курстарҙың уңышлы үткәнен билдәләне.

– “Берҙәм Рәсәй”ҙең республикалағы бүлексәһе МХО-ла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн 17 июндән алып өс белем биреү модуле үткәрҙе. Иң мөһиме – егеттәр араһында битарафтар юҡ, һәр береһе ҙур теләк менән уҡыны, – тине Руслан Насретдинов. – Был проект ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек нигеҙ һала. Беҙ унда ҡатнашыусыларға үҫеш шарттары тыуҙырабыҙ. Улар әле үк партияның төрлө йүнәлеш буйынса эштәренә йәлеп ителгән һәм үҙҙәренең иң яҡшы сифаттарын, ихтыяр ныҡлығын күрһәтә.

Программала ҡатнашҡандар киләсәктә ирекмәнлек, партия проекттарында көсөн һынау, “Йәш гвардия” Бөтә Рәсәй хәрәкәтендә йәштәр башланғыстарын тормошҡа ашырыу, белем алыу, эшкә урынлашыуҙа ярҙамға хоҡуҡ мөмкинлектәренә эйә. Улар араһында “Минең Берҙәм Рәсәй менән берлектәге карьерам” тигән партия проекты ла бар. Республикабыҙҙа Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә уңышлы тормошҡа ашырылған проект МХО ветерандарына дәүләт, муниципаль власть органдарында, предприятиеларҙа эш урыны табыуҙа булышлыҡ итә, өҫтәмә һөнәри белем алыу мөмкинлеген дә аса.

“Тыныс тормошҡа ҡайтыу – яңы мөмкинлектәр, ҡаҙаныштар менән тулы ҙур юлдың башы ғына”, – тине Руслан Насретдинов, программала ҡатнашҡандарға уңыштар теләп.

Сығанаҡ: “Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас