

“Табип” позывнойлы яҡташыбыҙ, табип, травматолог-ортопед, медицина хеҙмәтенең гвардия лейтенанты 2022 йылдан бирле Донецк Халыҡ Республикаһына юлланған ирекмәндәр составында яугирҙәребеҙгә лә, шулай уҡ урында йәшәүселәргә лә медицина ярҙамы күрһәтә. Былтыр республикабыҙҙағы дауаханаларҙың береһенең баш табип урынбаҫары булып эшләгән яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөй һәм махсус хәрби операция барған урынға юллана. Бөгөн ул – ундағы хирургия бүлексәһендә өлкән табип.
“Табип”тың ҡустыһы, “Знахарь” позывнойлы яҡташыбыҙ ҙа ағаһы кеүек яугирҙәребеҙ янында. Медицина фәндәре кандидаты, абдоминаль хирургия бүлексәһенең баш хирургы, медицина хеҙмәте гвардия лейтенанты хәҙер хирургия бүлексәһендә өлкән хирург булып эшләй.
Улар өсөн иң мөһиме - тиҙ һәм дөрөҫ эш итә белеү. Бында оҙаҡ уйлап, икеләнеп торорға ваҡыт юҡ, яралыларға тәүге ярҙам күрһәтеү зарур. Көн һайын улар ауырлыҡтар менән осраша, ҡатмарлы операциялар эшләй, яралыларға медицина ярҙамы күрһәтә. Уларҙың иңдәрендә - әллә күпме ҡотҡарылған ғүмерҙәр. Быны табиптар ғәҙәти ғәмәл тип һанай.