+21 °С
Болотло


Өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, әле МХО-ла булған, "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын башҡарып танылыу алған Артур Хәсәновтың кисә тыуған көнө булған. Уға 37 йәш тулған!
Илеш районы егете Артур Хәсәнов 2022 йылда махсус хәрби операцияға мобилизацияланып, хәрби йыйында саҡта "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын башҡарҙы һәм бөтә халыҡтың һөйөүен яуланы.
Тиҙерәк һуғыш тамамланып, һәр яугиргә иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙһын!
Фото: телеграм