Геройҙар дәүере
17 Июль 2025, 04:00

Һәр ваҡыт кеше булып ҡалырға!

Шул ваҡытта ғүмер үкенесле булмай, ти яугир

Һәр ваҡыт кеше булып ҡалырға!Һәр ваҡыт кеше булып ҡалырға!
Һәр ваҡыт кеше булып ҡалырға!

Илгә бәлә килгәндә ситтә ҡурҡып ҡалмаған, махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән юлланған ир-егеттәрҙә илһөйәрлек тә, рух ныҡлығы ла, яуаплылыҡ та көслө. Бөгөнгө геройым Сибай ҡалаһынан “Башҡортостан геройҙары” проектында ҡатнашыусы, махсус хәрби операция ветераны Әхәт Аҫылбаев.

Яуҙы үтеп ҡайтҡан замандашыбыҙ ҡайһы яҡтан? Махсус хәрби операцияға барырға тигән ҡарарға нисек килгән? Әңгәмәбеҙ ошо  хаҡта һөйләшеүҙән  башланып китте.

Баймаҡ районының элекке Комсомол ауылы егете ул. Балалыҡ йылдары, үҫмер осоро башҡа тиҫтерҙәренекенә оҡшаш. Тәүҙә тыуған ауылында белем ала, IX,  X,  XI кластарҙа Сибай мәктәп - интернатында уҡый. Һөнәр алырға Сибай тау техникумына инә.

Егет кешенең мөҡәддәс бурысы – ил алдындағы һалдат бурысын үтәү. Әхәт Аҫылбаев  үҙ ваҡыты еткәс армияға юллана. Иран менән сиктәш булған Төркмәнстан заставаһында электр приборҙары буйынса мастер булып хеҙмәт итә. СССР тарҡалғандан һуң хәрби хеҙмәтен Монголия сигендәге Тыва республикаһында тамамлай. Ҡайтҡас, уҡыуын ситтән тороп дауам итә, эшкә керә, ғаилә ҡора.

1995 йылдан шәхси эшҡыуар булып китә. Атаһына ҡарап балалары ла йүнсел, маҡсатлы булып үҫә. Өлкән улы шәхси эшҡыуарлыҡ юлында, кесе улы быйыл Ҡазан федераль университетын тамамлаған, эшкә урынлашып йөрөй. Ҡыҙы мәктәптә белем ала.

 

  Тәүге көндән МХО-ға ашҡына

Махсус хәрби операция башланыуы Әхәт Әхмәт улының тормошона ла үҙгәрештәр индерә. Үҙ илен һөйгән ир был ваҡиғаға битараф ҡала алмай.

–Беҙҙең быуын егеттәре Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандар өлгөһөндә, уларға ҡарап һоҡланып, ғорурланып үҫте. “Их, мин унда булһам, дошмандың кәрәген бирер инем” тигән сәм дә була торғайны күңелдә. Кинофильмдарҙа, мәктәптә – һәр ерҙә патриотизм тәрбиәһе көслө булды. Илһөйәрлек бала саҡтан һалынған. Шуға мин дә тәүҙән үк   махсус хәрби операцияға ашҡындым. Ләкин бик йәш булмауым, тылда күберәк файҙам тейер тигән уйым, махсус хәрби операцияға барыуҙан тотҡарлай килде. Ҡазан, Елань, Пенза һәм башҡа ҡалаларҙа күнекмә үтеүсе мобилизацияланған егеттәргә ярҙам йыйыуға булышлыҡ иттем. Махсус хәрби операция биләмәһенә ҡаланан тәүге гуманитар ылау юлланғанда ла үҙ өлөшөмдө индерҙем. Үҙем махсус операцияға барам, тигән ҡарар ҡабул иткәнсегә тиклем туғыҙ тапҡыр гуманитар ылауҙы оҙатып барҙым. Үҙемдең предприятие тарафынан махсус хәрби операция башланғандан алып,  яугирҙәргә 2,5 миллиондан ашыу  һумлыҡ ярҙам күрһәттем, - тип һөйләне яугир.

Ләкин күңелендә махсус хәрби операцияға барырға тигән уй нығый бара. Тиҙҙән уны тормошҡа ашыра.

–Махсус хәрби операция башланғас та, унда барырға тигән  уй барлыҡҡа килгәйне. Гуманитар ылауҙы алып барған саҡта, минән дә өлкәнерәк йәштәге ир-егеттәрҙең хеҙмәт итеүен күрҙем. Тылда ғына ярҙам итеүем миңә аҙ һымаҡ тойолдо. Миңә лә  унда   барырға кәрәк тигән ныҡлы ҡарарға килдем. Махсус хәрби операцияға юлланыу көнө, дислокацияның яҡынса урыны  билдәле булғас ҡына ғаиләмә әйттем. Минең ҡарарымды аңланылар, ләкин ауырыраҡ ҡабул иттеләр. Тәүҙә яҡынса ике ай тирәһе “Рысь” махсус тәғәйенләнештәге отрядтың “Князь Владимир” бригадаһында “Редут” доброволецтар корпусында хеҙмәт иттем. Һуңынан “Кинжал” һаҡлау һәм маневр махсус отрядына күстем, атыусы булдым. Позывнойым “Абдулла” ине. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы олатайымдың исеме хөрмәтенә ошондай позывной һайланым. Кемгәлер ныҡ бәйле булырға, дуҫлыҡ булдырырға тырышманым, сөнки дуҫтарҙы юғалтыуы бик ауыр. Барыһы ла унда бер-береһенә иптәш. Алғы һыҙыҡтағы тормош еңел түгел ине. Беҙ Оборона министрлығы составында булманыҡ, шуға үҙебеҙ үҙебеҙҙе  тәьмин итергә тура килде. Нимәнелер һатып алдыҡ, нимәнелер өйҙән ебәрҙеләр.   Алғы һыҙыҡта көнкүреш тормошо бик ҡыҫҡа. Ә бына ротацияла тылда саҡта барыһын да үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләнек. Мунсаһын да, бәҙрәфен дә, аш-һыу урынын да уңайлыҡтары менән булдырырға тырыштыҡ.  Интернетты ла, элемтәне лә көйләнек, – тип һөйләне Сибай яугире.

Дәүләт наградаларына ике тапҡыр күрһәтелә, ләкин әлегә улар хужаһын тапмаған. Шулай ҙа “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”, “Махсус хәрби операцияға ярҙам өсөн”, “Украиналағы хәрби хәрәкәттәр ветераны” тигән ведомство наградалары махсус хәрби операцияның иҫтәлеге булып һаҡлана.

Әхәт Аҫылбаев быйыл яҙ хәрби хеҙмәттән азат ителеп, бөтөнләйгә тыуған яҡтарына ҡайтҡан. Шәхси эшҡыуарлыҡ эшен ул артабан да дауам итә.

“Махсус хәрби операцияла булыу һеҙҙең холҡоғоҙҙо үҙәрттеме?“ тигән һорауҙы ла бирмәй булдыра алманым.

– Үҙгәртте. Нығыраҡ ҡатылыҡ өҫтәлгән һымаҡ, - тигән яуап ишеттек.

 

Яугирҙәр командала эшләй белә

Әхәт Әхмәт улы “Башҡортостан Геройҙары” программаһында ла ҡатнаша. Уның тураһында ул махсус хәрби операция биләмәһендә булғанда уҡ ишетә.

– “Башҡортостан Геройҙары” программаһы тураһында хеҙмәттәштәремдән яуҙа саҡта уҡ ишеттем. Шунда уҡ теркәлергә теләһәм дә, килеп сыҡманы. Өйгә ҡайтҡас, быйыл  март аҙағында теркәлдем. Был программа ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, яҡшы итеп уйланылған. Уны дөрөҫ программа тип һанайым, сөнки махсус хәрби операцияла булған егеттәр ике төрлө тормошто күрҙе. Был егеттәр командала нисек эшләргә икәнен дә яҡшы белә. Ялғандың хаҡын да аңлайҙар. Аҙаҡҡа тиклем барып, был программаның һөҙөмтәһен күргем килә, – тине яугир.

Утты кискән, йәшәү менән үлем араһында булған яугирҙең замандаштарыбыҙға әйтер һүҙҙәре, теләктәре лә уйландырырлыҡ.

– Яуҙамы, тыныс тормоштамы кеше булып ҡалырға кәрәк. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булһа ла. Сөнки ауырлыҡтар  үтеп китә. Төрлө хәлдә лә  кеше булып ҡалһаң, һуңынан йәшәүе үкенесле булмаясаҡ, – тине ул. 

Илен ҡурсалаған, хәстәрләгән ир-егеттәргә халыҡ та өмөт бағлай, ышана. Тыныс тормошта ла   уларҙың яҡшы идарасылар булыуына шик юҡ.

 

 

Рәсәй Президенты Владимир ПУТИН:

–Беҙ был программаны булдырған саҡта, уның  илдең бөгөнгөһө, иртәгәһе һеҙҙең һымаҡ кешеләргә бәйле булыуы өсөн шарттар тыуҙырыуын  теләнем. Был һеҙҙең дәүер булырын маҡсат итеп был программаны “Геройҙар ваҡыты” тип атаныҡ.

 

Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ:

–Геройҙарыбыҙҙың тыуған яҡтарына еңеү менән ҡайтыуын көтәбеҙ. Алғы һыҙыҡта уларҙа яҡшы идарасылар, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн кәрәк булған сифаттар барлыҡҡа килде. Тәүге сиратта Тыуған илгә тоғролоҡ, уның алдында намыҫлы булыу мөһим. Ватан һаҡсыларының илһөйәрлеге  һәм  яуаплылығы тыныс хеҙмәттә лә уларға Башҡортостан һәм Рәсәйҙең сәскә атыуы өсөн ярҙам итеренә ышанам.

Кем бөгөн алғы һыҙыҡта йәки өйҙәренә ҡайтҡандар. Тәүкәлләгеҙ! Һеҙҙең иң яҡшы сифаттар, һеҙҙең оҫталыҡ Башҡортостанға һәм илебеҙгә бик кәрәк. Барығыҙға ла уңыштар!

 

Программа ҙур маҡсат ҡуя

“Башҡортостан Геройҙары” программаһы быйыл 24 февралдә Рәсәй  Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән булдырылған “Геройҙар ваҡыты” федераль проектының  дауамы булараҡ эшләй башланы. Уның төп маҡсаты –дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, республикабыҙ предприятиеларында  артабан эшләү өсөн  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙан һәм ветерандарҙан идара итеү резервын формалаштырыу.

 Фото: яугирҙең архивынан.

 

  

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас