Геройҙар дәүере
20 Июль 2025, 09:30

Яугир ғаиләләре Салауат районына сәфәр ҡылған

Улар милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа арналған «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексында, Башҡорт этнографияһы йорт-музейында һәм Ҡорғаҙаҡ шишмәһендә булған.

Яугир ғаиләләре Салауат районына сәфәр ҡылғанЯугир ғаиләләре Салауат районына сәфәр ҡылған
Яугир ғаиләләре Салауат районына сәфәр ҡылған

Күптән түгел Дыуан районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренең бер төркөмө райондың Башҡортостандың «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының социаль координаторы Светлана Абдуллина менән Башҡортостандың иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылған. Улар халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевҡа арналған «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексында, Комсомол ауылындағы Башҡорт этнографияһы йорт-музейында, Ҡорғаҙаҡ шишмәһендә булған. Йәмле тәбиғәт ҡосағында ял итеү барыһына ла бик оҡшаған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

2025 йылдың 5 июненән контрактниктарға бер тапҡыр бирелеүсе 1,4 миллион һум (бер миллион һумы– республиканан, 400 мең һумы– федераль бюджеттан) ҡаралған. Әгәр контракт Өфөлә төҙөлһә, дөйөм сумма (муниципаль түләүҙәр менән бергә) 1,7 миллион һум тәшкил итәсәк.

Фото: "Ватанды һаҡлаусылар" фонды 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас