

“Дәүләт” позывнойлы яугир Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Сибайҙағы политехник техникумға уҡырға инә. Төньяҡ Кавказда армияла хеҙмәт итә. Аҙаҡ Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында механик, мастер, автокрансы булып эшләй.
Атаһы Леонид Миңтимер улы ла ошонда автокрансы булып эшләй. Улы ла унан өлгө алып, атаһының һөнәрен үҙләштерергә була. Әсәһе башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй. Апаһы Айгөл Леонид ҡыҙы шулай уҡ Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт итә. Атаһы яғынан олатаһы Миңтимер Дәүләтханов – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, разведкала хеҙмәт итә. “Уның ҡайһы бер һыҙаттары миңә лә күскән, сабырлыҡ, үҙеңде тыныс тотоу...” – ти яугир.
“Мин махсус хәрби операция зонаһына осраҡлы эләкмәнем. Кавказ һынауҙарын үткәнмен икән, тимәк, бында ла тәжрибәм менән уртаҡлаша алам бит, тип уйланым. 2023 йылдың ноябренән мин алғы һыҙыҡта”, – ти яугир.
2024 йылдың сентябрендә ҡаты яралана, дауаланғандан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа йүнәлә. Өлкән сержант һалдаттарға аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ ташый, яралыларҙы һәм һәләк булғандарҙы алып сыға. Артур Дәүләтхановтың ике улы – Рәмил һәм Руслан – үҫеп буй еткергән, улар армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан һәм әле белгеслектәре буйынса эшләп йөрөй.
“Буш ваҡытымда балыҡҡа йөрөйөм. Был шөғөлдө, тынлыҡты бик яратам. Шулай уҡ автомобилдәрҙә “соҡсонорға” әүәҫмен, һөнәрем шундай бит”, – ти ул. Киләсәккә пландарының береһе: улдары тураһында хәстәрлек күреү, уларҙы аяҡтарына ныҡлап баҫтырыу. Әлбиттә, атай кешенең ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүҙә ҡатнашырға теләү уйы ла яҡшы аңлашыла. Беҙ уға ныҡлы һаулыҡ, хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.
2025 йылдың 5 июненән контрактниктарға бер тапҡыр бирелгән 1,4 миллион һум (бер миллион һумы – республиканан, 400 мең һумы – федераль бюджеттан) ҡаралған. Әгәр контракт Өфөлә төҙөлһә, дөйөм сумма (муниципаль түләүҙәр менән бергә) 1,7 миллион һум тәшкил итәсәк.
Фото: “Хайбуллинский вестник” гәзите.