Геройҙар дәүере
21 Июль 2025, 11:10

Яугирҙәргә дәүләт наградалары тапшырылды

"Орденды дивизионыбыҙҙың һәр һалдаты, офицеры, прапорщигы өсөн юғары награда тип ҡабул итәм".

Яугирҙәргә дәүләт наградалары тапшырылдыЯугирҙәргә дәүләт наградалары тапшырылды
Яугирҙәргә дәүләт наградалары тапшырылды

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһе күңелле ваҡиға менән башланды – Башҡортостан Башлығы республикабыҙҙың лайыҡлы кешеләренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләктәрҙе махсус хәрби операция геройҙары алды.

Генерал Шайморатов орденын армияның махсус разведка буйынса өлкән офицеры Азат Нурғәлиев һәм танкка ҡаршы артиллерия дивизионы командиры Альберт Йомағолов алды.

Азат Нурғәлиев ошондай юғары наградаға лайыҡ булыуы һәм уны республика Башлығы ҡулынан алыуы менән ғорурланыуын белдерҙе. "Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов – Башҡортостандың лайыҡлы улдарының береһе. Һәм мин ошо юғары награданы намыҫ, ғорурлыҡ менән йөрөтөргә, үҫеп килгән быуын өсөн өлгө булырға бурыслымын”, — тине ул.

Альберт Йомағолов үҙенең дивизионы тураһында һөйләне.

"Беҙҙең дивизион өсөнсө йыл ДХР-ҙа лайыҡлы хеҙмәт итә. Беҙҙең подразделение 2022 йылда Һарытауҙа һәм башлыса республика кешеләренән ойошторолдо. Беҙ тиҫтәләрсә мең фронт юлын үттек, йөҙҙән ашыу хәрби бурысты үтәнек. Генерал Шайморатов орденын дивизионыбыҙҙың һәр һалдаты, офицеры, прапорщигы өсөн юғары награда итеп ҡабул итәм. Уларҙың барыһы ла лайыҡлы көрәшә”, — тине яугир.

Офицер республика етәкселегенә, шулай уҡ муниципалитеттарға гуманитар ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул, был яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә йүнәлтелгән юғары ойоштороу эшен күрһәтә, тип билдәләне.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас