Геройҙар дәүере
22 Июль 2025, 12:30

“Патриот” паркында - һауа-десант ғәскәрҙәренең юбилейы

Тантаналар 2 августа уҙа.

“Патриот” паркында - һауа-десант ғәскәрҙәренең юбилейы“Патриот” паркында - һауа-десант ғәскәрҙәренең юбилейы
“Патриот” паркында - һауа-десант ғәскәрҙәренең юбилейы

“Патриот” паркы Рәсәй һауа-десант ғәскәрҙәренең 95 йыллығын байрам итеүҙең төп майҙансығына әүереләсәк. Тантаналар 2 августа – иҫтәлекле тантаналарҙан алып күрһәтмә сығыштарға тиклем уҙа.

Көн программаһы:

09:00. ВДВ ветерандары ҡатнашлығында “Геройҙар ярышы”.

11:00. Интерактив майҙансыҡтар эше (күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, консультациялар).

13:00. Десантсыларҙың күрһәтмә сығыштары, парашютсылар һикереүе, АН-2 самолеты осоуы.

14:30. “Зәңгәр береттар” ансамбленең концерты.

Быйыл геройҙар иҫтәлегенә айырым иғтибар биреләсәк.

ВДВ-ның 95 йыллығын байрам итеү сиктәрендә, үҙ ғүмерен аямай, хәрби иптәштәренең ғүмерҙәрен ҡотҡарған Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа һәйкәл асыу тантанаһы үтәсәк.

Байрам, ғәҙәттәгесә, сәскә һалыуҙан башлана: 10:00 сәғәттә “Еңеү” паркында һәм 11:30 сәғәттә “Тулҡын” паркында. Ойоштороусылар хәрби рухты һәм “ҡанатлы пехота” традицияларын күрһәтеүсе бай программа вәғәҙә итә.

Сығанаҡ: "Молодежная газета".

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас