Геройҙар дәүере
22 Июль 2025, 08:00

Премияға кемдәр лайыҡ булды?

Социаль координаторҙың проекты уңышлы тип танылды.

Премияға кемдәр лайыҡ булды?Премияға кемдәр лайыҡ булды?
Премияға кемдәр лайыҡ булды?

“Илде кешеләре үҙгәртә” тигән беренсе милли премияның еңеүселәре билдәләнде. Ул социаль, технология, эшҡыуарлыҡ, кадрҙар, экология проекттарының лидерҙарына тапшырылды. Премияға шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби операция геройҙары лайыҡ булды.

“Ватан һаҡсылары” фондының Дүртөйлө районы буйынса социаль координаторы Гүзәл Рәшитова ла премияның лауреаты тип танылды. Уның “Аҡыллы бул!” тигән проекты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм ветерандарҙың балаларына тәғәйенләнгән. Программа Дүртөйлө балалар художество мәктәбендә арт-терапия буйынса тәүге дәрестәрҙә старт алды. Хәҙер “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһының "Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡханаһы" проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

- Әһәмиәте ҙур, сөнки ябай булмаған тормош хәлендә ҡалған балалар тураһында хәстәрлек күреү – беҙҙең төп бурыстарҙың береһе. “Аҡыллы бул!” программаһына ярашлы, балалар үҙҙәренең мөмкинлектәрен асыр, уңышлы үҫешер тип ышанам, - тине Гүзәл Рәшитова.

“Аҡыллы бул!” проекты төрлө яҡлап интеллектты үҫтереүгә, балаларҙың ижади һәләттәрен арттырыуға йүнәлтелгән. Унда һәр баланың шәхси үҙенсәлектәре иғтибарға алына. Программала психологтар менән дәрестәр, арт-терапия сессиялары ҡаралған. Улар балаларға үҙ тойғоларын әйтергә һәм яңы шөғөлдәр табырға булышлыҡ итә. Психология диагностикаһы нигеҙендә ҡатнашыусының шәхси үҫеш картаһы ла төҙөлә.

 Фото: “Ватан һаҡсылары “ фонды филиалынан. 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас