

Төбәгебеҙҙә “Башҡортостан Республикаһында торлаҡ” яңы проекты сафҡа инә. Программа республикалағы торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләгәндәр өсөн булдырылды. Уны республика Хөкүмәте Төҙөүселәр ассоциацияһы менән берлектә тормошҡа ашыра.
Проект белгестәре торлаҡ һатып алыу өсөн ташламалы кредит биреүҙең һәм дәүләт ярҙамының һәр кем ҡуллана алырлыҡ программалары тураһындағы мәғлүмәттәр менән бушлай тәьмин итә, уңайлыраҡ вариантты һайлауға булышлыҡ ҡыла. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн дә тәғәйенләнгән.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, бындай масштаблы проекттың тормошҡа ашырылыуы республикалағы торлаҡ төҙөлөшө үҫешенә ыңғай йоғонто яһай, халыҡ өсөн торлаҡ һатып алыуҙы уңайлыраҡ итә.
Төҙөүселәр ассоциацияһы башҡарма директоры Адель Сәйфуллинаның әйтеүенсә, проектты уйлағанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә, шулай уҡ төбәк төҙөүселәренә ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйғандар. Бөгөн Башҡортостанда йәшәүселәр үҙәк хеҙмәттәренән файҙалана ала.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.