

Медицина хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә төрлө дарыуҙар, яраны бәйләү өсөн бинттар һәм башҡа кәрәк-яраҡты даими ебәрә. Әле лә улар МХО-лағыларға ярҙамға медикаменттар йыйыу тураһында иғлан итте.
Башҡортостандың Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзынан хәбәр итеүҙәренсә, улар “шефлыҡҡа алған” 439-сы полк яугирҙәре алғы һыҙыҡта. Уларға сираттағы гуманитар ярҙам алып барып еткерелгән. Хәҙер медикаменттар йыйыу бара. Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаларынан, Өфөләге 4-се балалар поликлиникаһынан әүҙемселәр был акцияға тәүгеләрҙән булып ҡушылған. Артынса башҡалар ҙа тиҙ генә изге эшкә үҙ өлөшөн индерә башлаған. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тип тиккә әйтмәгәндәр шул.
Сығанаҡ: Башҡортостандың Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы.