Геройҙар дәүере
23 Июль 2025, 10:00

Ике аяғын да юғалтып ҡайтһа ла...

"Ике ҡыҙымды үҫтерергә кәрәк", - ти яугир.

Ике аяғын да юғалтып ҡайтһа ла...Ике аяғын да юғалтып ҡайтһа ла...
Ике аяғын да юғалтып ҡайтһа ла...

Һәр ҡаһармандың – үҙ яҙмышы, үҙ тарихы. Мәләүез районы Яҡтыкүл ауылы яугире Илшат Әлимғужин менән әңгәмәләшеү өсөн уның ҡалалағы фатирына юл тоттоҡ.

Илшат Әлимғужин Динис Бүләков исемендәге Смаҡ мәктәбендә белем алған. Хеҙмәттә сынығып үҫкән егет өйләнгәнгә тиклем монтажсы булып эшләгән.

Махсус хәрби операция башланғас, 2023 йылда яуға юлланған. Фамилияһына оҡшатыпмы, әрме хеҙмәтендә үк “йәбешкән” “Лимузин” ҡушаматы менән йөрөтә уны яуҙаштары. Очеретино, Донецк, Покровка, Данинск, Горловка ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнаша. Яраланғас та үҙенә тәүге ярҙам күрһәтеп, позицияһын ташламай, иптәштәрен көтә.

“Дошман мәкерле: йорттарҙа аҙыҡ-түлек менән тулы йәшниктәргә граната йәшереп, ҡойоға төрлө нәмә ташлап ҡалдыралар. Урындағы халыҡ беҙҙең һалдаттарҙы көтөп ала, рәхмәт әйтеп, иҫәнлек өсөн Аллаһтан ярҙам һорай, еңеүгә өмөтө ҙурлығын белдерә”, - ти ул.

Декабрь аҙағында сираттағы үлемесле алыштарҙың береһендә ҡаты яраланған Илшат Әлимғужин күпер аҫтында һыулы туң ерҙә аҙыҡһыҙ, эсәр һыуһыҙ биш көн ятып, аяғын туңдыра. “Ғаиләм, балаларым хаҡына иҫән ҡайтһам ине, тип Аллаһтан ялбарып һораным. Алтынсы көндә мине үҙебеҙҙекеләр табып ҡотҡарҙы”, - ти яугир, телефондағы туғандарына видеомөрәжәғәтен күрһәтеп. Ул төшөргән видео ҡурҡыныс кинокартинанан өҙөккә оҡшаш, әммә был ысынбарлыҡ - Илшаттың кисергән иң ауыр мәле.

Луганскиҙа, Ростовта, аҙаҡ Силәбелә госпиталдә оҙайлы дауаланырға тура килә яугиргә. Алғы һыҙыҡта алышҡан ағаһы Илфат һәләк булғас, март аҙағында госпиталдән ваҡытлыса сығып, яҡынын һуңғы юлға оҙатышырға тыуған яғына ҡайта.

Көс биргән, йәшәү мәғәнәһен юғалтмаҫҡа ярҙам иткән яратҡан ҡатыны - Айһылыуы ике аяғын да юғалтҡан ирен көтөп ала. Бәләкәй ҡыҙҙары Илүзә атаһы яуҙа булғанда донъяға килгән.

Тормош дауам итә. “Аяҡтағы яралар төҙәлеп,  протез килгәс, яңынан атларға өйрәнергә тура киләсәк. Фатирҙа “Ватанды һаҡлаусылар” социаль координаторҙары “аҡыллы йорт” урынлаштырырға, заманса коляска бирергә вәғәҙә итә”, - ти ҡаһарман. Уның маҡсаты - ике ҡыҙын яҡшы тәрбиә биреп үҫтереп, оло тормош аяҡҡа баҫтырыу.

Автор фотоһы.

Ике аяғын да юғалтып ҡайтһа ла...
Ике аяғын да юғалтып ҡайтһа ла...
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас