

Журналист булараҡ ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙән интервью алған, илһөйәрлек темаһына сюжеттар төшөргән Алиса Самат ҡыҙы яуҙан һәләк булып ҡайтҡан 18 йәшлек яугирҙе оҙатырға барғанда, ныҡ тетрәнеү кисерә: бер йәшкә өлкән булһа, минең балам уның урынында булыуы мөмкин, яуҙағылар өсөн мин ни эшләй алам, минең ҡулымдан ни килә, тигән уй уға тынғылыҡ бирмәй.
Биш бала әсәһе булараҡ, маскировка селтәре үрергә йөрөргә ваҡыт наҡыҫ: ғаиләгә ваҡыт әҙ ҡала. Социаль селтәрҙә үҙ битләүемдә ҡуйған оҫталыҡ дәресе үткәреү тураһында иғлан киң тарала. Ҡыл-ҡәләм тотоп, картина ижад иткәндәрҙең илһамланыуын, бындай сараларҙың һөҙөмтәһен күреү дәртләндерә. Шәмбе көнө - Мәләүездә, йәкшәмбе урындағы ирекмәндәр һорауы буйынса үҙ машинаһында тейәнеп барып Күмертау, Салауат ҡалаһы музейы, художество галереяһында оҫталыҡ дәресе үткәрә. “Ошоға тиклем үҙем өсөн генә картиналар яҙһам, уҡып сыҡҡан белемемде файҙаланыу, кешеләргә еткереү мөмкинлеге тыуҙы”, - ти Алиса Үҙәнбаева.
Ижад оҫталығыңды бүлешеп, яуҙағыларға һәм мохтаждарға ярҙам итеүең менән күптәргә өлгө бирәһең, рәхмәт һиңә!