Геройҙар дәүере
23 Июль 2025, 11:30

"Ситтән генә күҙәткем килмәне"

Хәрби хеҙмәткә һайлау үҙәге нисек эшләй?

"Ситтән генә күҙәткем килмәне""Ситтән генә күҙәткем килмәне"
"Ситтән генә күҙәткем килмәне"

"Һаҡлаусы" үҙәгендә (Өфө ҡалаһы буйынса хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һайлап алыу пункты) Рәсәй Хәрби көстәр подразделениеларында хәрби хеҙмәтте үтеү өсөн граждандарҙы һайлап алыу эшмәкәрлеге яҡшы ойошторолған.

Подполковник Сергей Родинко белдереүенсә, "Һаҡлаусы" үҙәге аҙнаһына ете көн һәм тәүлек әйләнәһенә эшләй. Ошо пунктҡа, район һәм ҡала хакимиәтенә һәм хәрби комиссариатҡа һуғылмайынса, тура килеүселәр ҙә байтаҡ. Әлбиттә, ғаилә советында хәрби хеҙмәткә барыу мәсьәләһен хәл иткәндәрҙе нәҡ бында күрергә мөмкин.

Мәҫәлән, илен дошмандан һаҡларға тигән ныҡлы ҡарарға килгән Александр Дмитриев Краснокама районының Ҡарый ауылынан бында юлланған.

– Быға хәтлем Чечняла армияла хеҙмәт иттем, хәрби дәрәжәм – кесе сержант, – тип һөйләй 45 йәшлек Александр Витальевич. – Ҡанһыҙҙар Беслан ҡалаһын баҫып алғанда, ундағы халыҡты тыныс яҡҡа алып сыҡтыҡ, ҡотҡарыу операцияларында ҡатнаштым. Әле махсус хәрби операция биләмәһендә – туғандарым, дуҫтарым. Мин дә ситтән генә күҙәтеүсе булғым килмәне, бер көн килеп Ватанымды һаҡларға булдым. Рәсәй Оборона Министрлығы менән контракт төҙөнөм.

Александр Дмитриев күгебеҙ аяҙ булһын өсөн хәрби хеҙмәткә юллана. Әйткәндәй, уның ҡыҙы быйыл I класҡа уҡырға бара, тимәк, балаһының да яҡты киләсәге өсөн тәрән борсола.

Ысынлап та, бында тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡандар иң беренсе полиция хеҙмәткәре менән осраша, унан махсус өҫтәлдә уның сумкаһындағы бөтә әйберҙәрҙе тикшереү-ҡарау башҡарыла. Артабан офицер янына килеп, үҙе тураһында бөтә мәғлүмәтте бирә. Шулай уҡ суд приставтары менән һөйләшеү була, ПСБ, Сбербанк, Газпромбанк һәм ВТБ банктары ул кешегә банк картаһын аса. Әлбиттә, хәрби врач комиссияһы үтәләр. Икенсе ҡатта иһә профессиональ һайлап алыу уҙалар, ә иң аҙаҡтан Рәсәй Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуялар.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

"Ситтән генә күҙәткем килмәне"
"Ситтән генә күҙәткем килмәне"
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас