

Баймаҡ районы Темәс ауылында, «Музей аҙналығы» акцияһы сиктәрендә, Темәс тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн «Өйгә ҡайтыу юлы» исемле сара үткән.
Иң тәүҙә Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова яугирҙәрҙе батырлыҡтарын һәм фиҙакәрлектәрен билдәләп сәләмләй. Музей мөдире Айҙар Мәжитов 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт полктарының хәрби батырлыҡтары тураһында һөйләп, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән. Яугирҙәр хәрби хеҙмәт, яугирҙәрҙең көнкүреше һәм туғандарынан һәм ауылдаштарынан алған ярҙамдың мөһимлеге хаҡында һөйләгән.
Берҙәмлек рухын нығытыу өсөн хәрби туғанлыҡ булдырыу кәрәклеге тураһында фекер алышҡандар. Осрашыу сәй эсеү, видеояҙмалар ҡарау менән тамамланған.
Сығанаҡ: Темәс тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы.