Геройҙар дәүере
28 Июль 2025, 06:00

Тәүге көндәрҙән яугирҙәребеҙгә ярҙам итәләр

Медицина хеҙмәткәрҙәре йәнә бер тапҡыр үҙҙәренең берҙәм, ярҙамсыл икәнлеген күрһәтте. 

Тәүге көндәрҙән яугирҙәребеҙгә ярҙам итәләрТәүге көндәрҙән яугирҙәребеҙгә ярҙам итәләр
Тәүге көндәрҙән яугирҙәребеҙгә ярҙам итәләр

Арабыҙҙа тормошон еңел булмаған, фиҙакәрлек, оҫталыҡ, яуаплылыҡ талап иткән, әммә иң изгеләрҙең, иң кәрәклеләрҙең береһе һаналған һөнәр менән бәйләгәндәр бар. Улар йыш ҡына ялһыҙ һәм байрамдарһыҙ операция өҫтәле артында тора, ауыр сирлеләрҙе, фажиғәгә тарығандарҙы ҡотҡара, кешеләргә ашығыс ярҙам күрһәтә. Медицина хеҙмәткәре – ул көслө ихтыяр, юғары компетентлыҡ, иғтибарлылыҡ талап иткән һөнәр. Уларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ: ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамына донъялағы иң төп хазина – кеше ғүмере – бәйле. Пандемия осоронда барыһы ла быны тойҙо.

Аҡ халатлылар Рәсәй армияһы махсус хәрби операцияла азатлығыбыҙ һәм киләсәгебеҙ өсөн көрәшкәндә, Ватандың саҡырыуынан медицина хеҙмәткәрҙәре йәнә ситтә ҡалманы. Бөгөн күп кенә медицина хеҙмәткәрҙәре – махсус хәрби операция биләмәһендә. Улар яугирҙәребеҙҙең ғүмерен ҡотҡара, мохтаждарға ярҙам күрһәтә. Тәүге көндәрҙән үк табиптарыбыҙҙың күбеһе ирекмәндәр булараҡ махсус хәрби операция зонаһына барырға теләк белдерҙе. Яңы биләмәләрҙә һәм махсус хәрби операция зонаһында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре атҡарған хеҙмәт айырыуса ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ. Ҡатмарлы һөнәри һәм көнкүреш шарттарында, йыш ҡына үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, улар башҡаларҙың ғүмерен ҡотҡарыуҙы дауам итә.

Медицина хеҙмәткәрҙәре яугирҙәребеҙгә медикаменттарҙы даими йыя. Башҡортостандың Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзынан хәбәр итеүҙәренсә, үҙҙәренең “шефҡа алынған” һөжүм итеүселәр – 439-сы полк яугирҙәре – алғы һыҙыҡта. Уларға сираттағы гуманитар ярҙам алып барып еткерелгән. Хәҙер медикаменттар йыйыу бара. Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаларынан, Өфөләге 4-се балалар поликлиникаһынан әүҙемселәр был акцияға иң тәүгеләрҙән булып ҡушылған. Улар артынан башҡалар ҙа тиҙ генә изге эшкә ҡушылды.

Һүрәттә - Баймаҡ үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренең сираттағы тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам тупланы. Улар йәнә бер тапҡыр үҙҙәренең берҙәм, ярҙамсыл икәнлеген күрһәтте. 

Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас