

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәге яҙманы ҡалдырған.
“Яҡташыбыҙ Алмас Ғүмәров – йәш егет, әммә хәҙер офицер һәм үҙ заманы геройы.
Алыштың иң ауыр мәлендә, часть ут аҫтына эләгеп, дошмандар тарафынан уратып алынғанда, Алмас ғәҙәттән тыш ҡыйыулыҡ һәм сыҙамлыҡ күрһәтә. Ул яралыларға тәүге ярҙам күрһәтә һәм командованиеға дошмандың позицияларының теүәл координаталарын тиҙ арала хәбәр итә, бының арҡаһында взвод хәүефле хәлдән юғалтыуһыҙ сыға ала. Уның тәүәккәл ғәмәлдәре БТР-ҙы һәм дошман персоналын юҡ итеүгә килтерә. Ике тапҡыр яраланып та, өлкән лейтенант Ватан алдындағы бурысын үтәүен дауам итә. Батырлыҡтары өсөн Алмас лайыҡлы рәүештә Суворов миҙалы менән бүләкләнә.
Алмас Ғүмәровҡа "Батырҙар заманы" тапшырыуы сиктәрендә мин остаз. Унда ҡатнашыусыларҙы бөгөн "Патриот" паркында Остаз көнөнә республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров йыйҙы.
Ә мин шундай йәш яугиргә остаз булыуым менән бик ғорурланам һәм уның менән хөкүмәт органдарының төҙөлөшө һәм эшмәкәрлегенең бөтә нескәлектәре менән уртаҡлашырға шат буласаҡмын.
“Батырҙар заманы” тапшырыуы ҡатнашыусыларҙың мөмкинлектәрен асыр һәм улар менән берлектә тыуған Башҡортостаныбыҙҙың, тимәк, тотош бөйөк илебеҙҙең нығыныуына һәм сәскә атыуына тос өлөш индерербеҙ, тип ышанам”, - тип яҙған ул.
Фото: Андрей Назаров сәхифәһенән.