Геройҙар дәүере
29 Июль 2025, 13:10

Максим Серафимовҡа һәйкәл асыласаҡ

"Патриот" паркында уның 95 йыллығы уңайынан ҙур байрам үткәрелә

Максим Серафимовҡа һәйкәл асыласаҡМаксим Серафимовҡа һәйкәл асыласаҡ
Максим Серафимовҡа һәйкәл асыласаҡ

Күптән түгел Рәсәйҙә Хәрби-диңгеҙ флоты көнө киң билдәләнгәйне, ә ошо көндәрҙә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө уңайынан илебеҙҙә төрлө саралар ойошторолоуы күҙ уңында тотола. Мәҫәлән, 2 августа Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" паркында уның 95 йыллығы уңайынан ҙур байрам үткәрелә.

Шул иғтибарға лайыҡ, иртәнге туғыҙҙа Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары "Геройҙар уҙышы" тигән экстремаль йүгереүҙә ҡатнаша. Улар йәш быуынға үҙҙәренең көслө рухлы булыу һәм хәрби сынығыу өлгөһө булып тора. Теүәл ике сәғәттән һуң ҡунаҡтарҙы интерактив майҙансыҡтарҙа көтәләр – эҙәрмән отрядтарының күргәҙмәһе, парашют селтәре һәм браслет үреү буйынса оҫталыҡ дәресе, авиамодель, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, шулай уҡ "Ватанды һаҡлаусылар" фонды һәм Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарының ассоциацияһы белгестәренең кәңәштәре һәр кемгә файҙалы булыуында тамсы ла шик юҡ.

Геройҙар иҫтәлегенә бәйле сараларға төп иғтибар бүленәсәк. Әйтәйек, Һауа-десант ғәскәрҙәренең 95 йыллығы уңайынан Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа һәйкәл асыласаҡ, хәйер, уны барыһы ла көттө. Өфө егете махсус хәрби операция биләмәһендә ҙур батырлыҡ күрһәткән. Яҡташыбыҙ 2022 йылда үҙенең ғүмерен аямай иптәштәрен үлем тырнағынан ҡотҡарған.

13 сәғәттә "Десантсы нисек һуғыша?" тип аталған мауыҡтырғыс күрһәтмә сығыштарҙы өфөләр һәм ҡунаҡтар тамаша ҡыласаҡ. "Первушино" аэродромының пилот төркөмө ҡыйыулыҡтарын күрһәтәсәк. Арыҫлан йөрәклеләрҙең парашюттан һикереүе һәм ДОСААФ-ҡа ҡараған Октябрьский аэроклубының Ан-2 самолетында осоп үтеүе шуға асыҡ миҫал. Артабан десантсылар бүләкләнәсәк.

Көндөң икенсе яртыһында Рәсәй Оборона министрлығының "Зәңгәр береттар" вокаль-инструменталь ансамбленең сығышы һәр кемдең күңеленә хуш килер тип ышанғы килә. Унда десантсыларҙың яратҡан йырҙары яңғыраясаҡ.

Фото: Башинформ.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас