Геройҙар дәүере
30 Июль 2025, 11:30

Беҙҙең ике ветеран финалға сыҡты

Артем Мөхәрәмов менән Дмитрий Полубояриновҡа уңыштар теләйбеҙ!

Беҙҙең ике ветеран финалға сыҡтыБеҙҙең ике ветеран финалға сыҡты
Беҙҙең ике ветеран финалға сыҡты

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса "Абилимпикс" беренсе чемпионаты финалына Башҡортостандан ике ветеран сыҡҡан: Артем Мөхәрәмов һәм Дмитрий Полубояринов.

Артем Мөхәрәмов "ЧПУ менән станокта токарь эше" компетенцияһында эшен күрһәткән, ә Дмитрий Полубояринов "Ашнаҡсы эше" компетенцияһында көс һынашҡан. Ил һаҡсыларының икеһе лә махсус хәрби операцияһы башланыу менән алғы һыҙыҡҡа юлланған, икеһе лә төрлө орден һәм миҙалдар менән наградланған.

– "Ватанды һаҡлаусылар" фондының төбәк ойошмаһына рәхмәтем сикһеҙ, беҙгә шундай ҙур мөмкинлектәр бирҙе, яуҙаштарым менән бындай конкурста ҡатнашыуыма шатланам, – тип һөйләй Артем Мөхәрәмов.

Дмитрий Полубояринов әйтеүенсә, чемпионат юғары кимәлдә ойоштороған, үҙеңде бөтөнләй бүтән яҡтан асыу өсөн ныҡ отошло.

Яҡташтарыбыҙ октябрҙә чемпионаттың финалында Башҡортостандың данын яҡлаясаҡ.

Фото: "Башинформ".

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас