Геройҙар дәүере
30 Июль 2025, 13:45

Радий Хәбиров һәләк булған яугирҙәр ғаиләләре менән осрашты

"Ваҡыт килер, махсус хәрби операция еңеү менән тамамланыр, һәм беҙ Өфөлә мотлаҡ хәтер мемориалы булдырасаҡбыҙ".

Радий Хәбиров һәләк булған яугирҙәр ғаиләләре менән осраштыРадий Хәбиров һәләк булған яугирҙәр ғаиләләре менән осрашты
Радий Хәбиров һәләк булған яугирҙәр ғаиләләре менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Мишкә районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр – Игорь Кыльдыбаев, Вячеслав Ҡотломәтов, Виталий Кибатуллин, Алексей Исеметов, Илмир Мирғәлиев, Александр Доминикин, Илназ Хәсиповтарҙың ғаилә ағзалары менән осрашты. Төбәк етәксеһе хәрбиҙәр туғандарының ҡайғыһын ысын күңелдән уртаҡлашты һәм уларға хәрби бурыстарын үтәгәндә батырлыҡ һәм героизм өлгөһө күрһәтеп, яуҙа һәләк булған улдары, яҡындары өсөн наградалар – Генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы.

– Һеҙҙең балаларығыҙ, ирҙәрегеҙ – илебеҙҙе яҡлап, үҙенең бурысын намыҫ менән үтәгән ысын геройҙар. Беҙ һәр саҡ уларҙың батырлығын иҫтә тотасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙер һеҙгә беҙҙең иғтибарыбыҙ һәм хәстәрлегебеҙ мөһим. Ваҡыт килер, махсус хәрби операция еңеү менән тамамланыр, һәм беҙ Өфөлә мотлаҡ хәтер мемориалы булдырасаҡбыҙ. Ул хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәгән яҡташтарыбыҙҙың батырлығына һәм героизмына арналасаҡ.

Башҡортостан Башлығы республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр ғаиләләренә киң ярҙам саралары булыуын билдәләне.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Радий Хәбиров һәләк булған яугирҙәр ғаиләләре менән осрашты
Радий Хәбиров һәләк булған яугирҙәр ғаиләләре менән осрашты
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас