Геройҙар дәүере
31 Июль 2025, 11:00

“Тыуған яҡ сәләмен алыу күңелле”

"Надзиратель" даими атыш, дрондар һөжүме аҫтында биш яралыны алып сыға.

“Тыуған яҡ сәләмен алыу күңелле”“Тыуған яҡ сәләмен алыу күңелле”
“Тыуған яҡ сәләмен алыу күңелле”

Ҡырмыҫҡалы районы егете, “Надзиратель” позывнойлы яугир мотоуҡсылар полкында водитель булып хеҙмәт итә. Был позывнойҙы алыуы юҡҡа түгел, махсус хәрби операция башланғанға тиклем профессиональ эшмәкәрлеге тап шул эш менән бәйләнгән булған.

Хәрби хеҙмәткәр Оборона министрлығы менән үткән йылдың сентябрендә контракт төҙөгән.

– Әлеге ваҡытта илебеҙгә ҙур ярҙам кәрәк, шуға күрә Ватанды, туғандарымды, ғаиләмде яҡлауҙы үҙемдең ҙур бурысым тип иҫәпләйем. Беҙ мотлаҡ еңеү менән әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ, – ти яугир.

“Надзиратель” мәктәпте тамамлағандан һуң Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалында уҡый, тракторсы-машинист һөнәренә эйә була. Елань ҡалаһында мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә армия хеҙмәтен үтә, взвод командиры урынбаҫары була. Контракт төҙөгәнгә тиклем Өфөлә язаларҙы үтәү федераль хеҙмәтендә ҡарауыл бүлегенең кесе инспекторы булып эшләй. Өйләнгән, ҡатыны менән ул үҫтерәләр.

– Яҙ көнө мәктәптән  миңә исемләнгән посылка алдым һәм рәхмәт әйтеп видео ебәрҙем. Тыуған яҡтан сәләм алыу бик күңелле бит ул, айырыуса уҡыусыларҙың хаттарын алыу тулҡынландыра, – тип һөйләй яугир.

Контракт төҙөгәндән һуң ул хәрби әҙерлек үтә, хәрби техника менән эш итергә, ялан шарттарында тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнә. Хәрби хеҙмәт бурыстарын намыҫлы үтәгәне өсөн яугирҙең ғаиләһе командованиенан рәхмәт хаттары ала. “Кесе сержант хәрби расчеттарҙы тәьмин итеү һәм яраланған иптәштәрен эвакуациялауҙа күп тапҡыр батырлыҡ өлгөһө күрһәтте. Быйыл май айында подразделениеның дошман техникаһын һәм нығытылған позицияларын юҡҡа сығарыу буйынса хәрби бурыстарын үтәү осоронда яугир төркөм составында боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек ташыны, яралыларҙы эвакуациялауҙа ҡатнашты. Был осорҙа үҙенә тапшырылған техника менән идара итеп, даими атыш һәм дрондар һөжүме аҫтында биш яралыны алып сығып, медицина ротаһына илтте. Хәрби хеҙмәткәрҙең ҡыйыу һәм грамоталы эш итеүе, топографияны яҡшы белеүе бөтә бурыстарҙы үтәргә ярҙам итте”, – тиелә хатта. Беҙ “Надзирател”гә һәм бөтә яугирҙәребеҙгә еңеү теләйбеҙ, уларҙың имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

2025 йылдың 5 июненән контрактниктарға бер тапҡыр бирелеүсе 1,4 миллион һум (бер миллион һумы– республиканан, 400 мең һумы– федераль бюджеттан) ҡаралған. Әгәр контракт Өфөлә төҙөлһә, дөйөм сумма (муниципаль түләүҙәр менән бергә) 1,7 миллион һум тәшкил итәсәк.

Фото: шәхси архивтан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас