

Тағы ла бер яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендәге яҙмаһында уртаҡлашты.
– Махсус тәғәйенләнештәге 116-сы бригада командиры генерал-майор Руслан Ғарифуллинға “Алтын йондоҙ”ҙо Росгвардия директоры Виктор Золотов тапшырҙы.
Генерал-майор Ғарифуллин был юғары наградаға махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндәге ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ булды.
116-сы бригаданы “ҡорос” бригада тиҙәр. Тап ошо подразделение составында беҙҙең Салауат Юлаев исемендәге ике батальон доброволецтары хеҙмәт итә. Улар төрлө хәрби бурыстарҙы үтәй, Тыуған илебеҙҙең сиктәрен һаҡлай, - тиелә яҙмала.
Фото: Росгвардия сайтынан.