

Бөгөн Башҡортостандың Шишмә районында урынлашҡан Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркында Рәсәйҙең Һауа-десант ғәскәрҙәренең 95 йыллығына арналған байрам булды.
Сараны “Геройҙар уҙышы” башлап ебәрҙе. Республиканың 59 районынан килгән командалар ҡаршылыҡтар ҡуйылған дистанцияны йүгереп үтте. Стартҡа беренсе булып Шишмә районы спортсылары – урындағы халыҡ вәкилдәре – баҫты. Автоматтан һауаға атып старт бирелеү менән алты кешенән торған йүгеректәр командаһы алға уҡталды. Улар урынына Өфө районы егеттәре баҫты. Был мәлдә Дүртөйлө командаһы ла улар ҡуҙғалыу менән старт һыҙығына сығырға әҙерләнә ине.
Ә ҡаршылыҡтар күп, шуға ла ул экстремаль уҙыш тип атала ла. Ҡуҙғалыу менән 15 секунд самаһы үтеүгә шишмәләр сәхнә рәүешендә эшләнгән ҙур ағас ҡоролмаға баҫҡыстар буйлап йүгереп менде лә... өс метр самаһы бейеклектән үләнгә һикерә башланы. Ә алда – автомобиль покрышкалары әйләнеп торған валды тәгәрәй-тәгәрәй үрмәләп үтеү, артабан тағы ҡаршылыҡтар... Тын тултырмалы арка иттереп эшләнгән һәм “Финиш” тип яҙылған урынға улар 20-25 минуттан килеп етте. Көн дә бик ҡыҙыу ҡояшлы бөгөн, һәр спортсы тиргә батҡан. Шулай ҙа финишта ҡосаҡлашып, “Ур-ра!” ҡысҡырып, фотоға ла төштөләр.
Байрамды Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа һәйкәл асыу тантанаһы дауам итте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, ҡаһармандың ата-әсәһе, һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары ҡатнашты.
– Хөрмәтле Алина Олеговна һәм Владимир Викторович, – тип Максим Серафимовтың ата-әсәһенә мөрәжәғәт итте Радий Фәрит улы үҙ сығышында. – Бөгөн “Патриот” паркында Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа һәйкәл асабыҙ. Уның яҙмышы, ҡаһарманлығы тураһында ишеткәс, мин ҙур тетрәнеү кисерҙем. Ҡыйыу һәм сибәр егет ҙур батырлыҡ эшләй, үҙ ғүмере хаҡына иптәштәрен һәләк булыуҙан ҡотҡарып ҡала. Беҙ уның исемен мәңгеләштерергә бурыслы икәнебеҙҙе аңланыҡ һәм шунда уҡ “Патриот” паркына исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул иттек.
“Тәү сиратта Радий Фәрит улына рәхмәт. Һәйкәл дә, парк асыу ҙа уның башланғысы менән булдырылды. Улыма һәйкәл эшләгән скульпторға ла рәхмәтлебеҙ”, – тине үҙ сығышында Максимдың атаһы Владимир Викторович. – Был һәйкәл Максимға ғына түгел, ә Тыуған иле хаҡына ҡаһарманлыҡ күрһәткән барлыҡ яугирҙәргә. Ҡаһармандарыбыҙ тураһында мәңгелек иҫтәлек”.
Артабан халыҡ парк уртаһындағы ҙур сәхнә алдына йыйылды. Һауа-десант ғәскәрҙәренең 95 йыллығына арналған тантаналы сараны асыр алдынан һауа көстәре үҙ оҫталығын күрһәтте: парк өҫтөнән генә осоп үткән самолеттар төрлө пилотаж фигураларын күрһәтте һәм Рәсәй, Башҡортостан, Һауа-десант ғәскәрҙәре флагтарын тотҡан десантсылар парашют менән һикерҙе.
– Ҡәҙерле ветерандар, һауа-десант ғәскәрҙәре хәрбиҙәре, Ватаныбыҙҙы һаҡлаусылар, уларҙың яҡындары һәм туғандары! Һеҙҙе Һауа-десант ғәскәрҙәренең 95 йыллығы менән ҡотлайым! – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Был ғәскәр беҙҙең ил тарихында һәр саҡ әһәмиәтле урын биләй. Ул хәрби йәһәттән иң көслө, ҡаһарман ғәскәр төрҙәренең береһе булып тора. Зәңгәр берет менән йөрөгәндәрҙең һәр береһенә оло рәхмәтемде белдерәм. Улар Афғанстанда интернациональ бурысын үтәне, Чечен Республикаһында терроризмға ҡаршы көрәште, тыныслыҡты аяҡҡа баҫтырыу операцияларында булды һәм, хәҙер килеп, махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Күп йылдар элек булғанса, бөгөнгө десантсылар ҡаһарманлыҡ, хәрби оҫталыҡ өлгөһөн күрһәтә.
Тантана аҙағында Радий Хәбиров бер төркөм яугирҙәргә һәм ветерандарға наградалар тапшырҙы.
Фотолар: Александр Данилов, Башҡортостан Башлығы сайты.