

Лилиә Мәүлетдин ҡыҙы ла улын алғы һыҙыҡтан тыны менән тартып алырҙай булып көткән әсәләрҙең береһе. Һағыныуы хаттин ашҡан, борсолоуҙары тыныс йоҡларға ирек бирмәгән, улы өсөн ҙур ғорурлыҡ кисергән ябай әсәләрҙең береһе ул. “Татарин” позывнойлы хәрби улы 2023 йылда, үҙ теләге менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына китә.
– Әсәй, мин контракт төҙөнөм, тигәс, тулҡынланыуымдың, борсолоуымдың сиге булманы. Унһыҙ булмайҙыр ҙа инде, сөнки алда билдәһеҙлек. Ҡурҡыу һәм ғорурлыҡ тойғолары бергә ҡушылды. Оҙатыу осоро бик ауыр булды. Улым беҙҙе тынысландырырға, борсомаҫҡа тырыша. Ғөмүмән, тәбиғәте шундай уның. Армияла хеҙмәт иткәнендә лә зарланғаны булманы. Төрлө хәлдәр булғандыр инде. 2016 йылда Чечен хәрби хәрәкәтендә ҡатнашҡанында ла үҙен бик тыныс тотто. Беҙгә ундағы хәлдәрҙе һөйләгәндән бер ни ҙә үҙгәрмәй бит инде, –ти әсә.
“Татарин” яңыраҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып киткән. Контрактын тағы оҙайтҡан. Әсәһе улының уйын кире ҡағып ҡараһа ла, яугир ризалашмай: “Минең ярты йөрәгем шунда бит, әсәй. Бында тыныс күңел менән йәшәй алмам”, – ти.
Лилиә Мәүлетдин ҡыҙы сабыр холоҡло, асыҡ йөҙлө, көслө рухлы кеше. Яҙмыш һынауҙары ҡаты булһа ла, бирешмәҫкә тырыша. Мәктәпте тамамлағас, Бөрө ҡалаһында бухгалтерлыҡҡа уҡый. Район мәғариф бүлегендә водитель булып эшләгән буласаҡ тормош иптәшен – Әлфисте осрата. Күп тә үтмәй, татыу Дәүләтшиндар ғаиләһе барлыҡҡа килә.
– Улым һеңлеһе Алһыуҙан холоҡ-фиғеле менән айырылып торҙо. Бәләкәйҙән мылтыҡ, техника менән мауыҡты, хәрби кейем кейә торған эштә хеҙмәт итергә хыялланды. Моратына иреште, полиция хеҙмәтендә эшләне. Көслө рухлы, ысын ир булыуы менән сикһеҙ ғорурланам, –ти әсә.
Лилиә Мәүлетдин ҡыҙы ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел. Ихатаһын йәмләп, гөлдәр үҫтерә. “Ошо матур сәскәләргә ҡарап йыуанам, серләшәм, уйҙарым менән уртаҡлашам, – ти ул. –Хаҡлы ялда булһам да, питомникта ағас үҫентеләре үҫтереүҙә эшләйем. Эш менән оҙон көндөң үткәнен дә һиҙмәй ҡалаһың”, – ти ул.
Гөлназ Хужина фотоһы.