

Ул реабилитациянан һуң өйөнә ҡайтты, ләкин ҡабат яуға ашҡына. Дауаланыу осоронда “Буба” ҡушаматлы яугир Иглин районында “Барыһы ла Еңеү өсөн” штабы ирекмәндәре менән осрашты.
Дүрт тапҡыр ҡаты яраланғас, “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугире “Буба” оҙаҡ дауаланғандан һуң ғына аяҡҡа баҫа алды. Тамам сәлмәтләнеү өсөн ул үҙ йортона ҡайтты, сөнки тыуған тупраҡ үҙе үк дауа тиҙәр бит. Ҡайтыу менән ул МХО яугирҙәренә даими ярҙам күрһәткән “Барыһы ла Еңеү өсөн” штабы ирекмәндәре менән осрашыуға барҙы.
– Көсөгөҙҙө һәм ваҡытығыҙҙы йәлләмәй шулай беҙгә, еңел булмаған хеҙмәттә мәшғүл булғандарға ярҙам итеп тороуығыҙ өсөн рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Һәйбәт эш башҡараһағыҙ, был МХО-ла ҡатнашҡандарға ҙур ярҙам булып тора, – тине “Буба” штаб ағзаларына.
Ирекмәндәр уға әҙер продукция келәтен күрһәтте. Унда маскировка селтәрҙәре, ташығыстар һәм дронға ҡаршы юрғандар күп кенә йыйылған һәм МХО зонаһына оҙатыуҙы көтә. Шлемды ҡаплағыс әҙерләү менән шөғөлләнгән йәш ирекмән Иван Подгорный уға нисек эшләүен күрһәтте.
– Нисек шлем ҡаплағысты үреүемде күрһәттем, – ти Иван Подгорный. – Ул үҙе лә үреп ҡараны. “Тотош взводҡа әҙерләгәнһең, былар беҙҙең өсөн бик кәрәк әйбер”, тип маҡтаны. Махсус хәрби операцияға шулай ярҙам итә алыуым менән ғорурланам, Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ. “Буба” беҙҙең менән сорашыуҙа “Башҡортостан” полкындағы хәрби хеҙмәте, яу юлдары һәм иптәштәренең батырлығы тураһында һөйләне. Уның бер яҡын дуҫы булған, һуғыш тамамланғас та бергәләп балыҡҡа йөрөргә хыялланғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул батырҙарса һәләк булған. “Буба” уның ата-әсәһенә, зыяратына барырға йыйына.
Яугир Иглин район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова менән дә осрашҡан, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаиләләренә иғтибарлы булғаны өсөн рәхмәт әйткән. Башлыҡ үҙе лә гуманитар ярҙам менән МХО зонаһына барып ҡайтты.
– Сирҙән һуң яаҡҡа баҫыу өсөн миңә 45 көн бирҙеләр. Шунан һуң хәрби-табиплыҡ комиссияһы барам, әгәр ҙә физик хәлем ярарлыҡ икән, тағы ла махсус операцияһы зонаһындағы хеҙмәтемде дауам итеү өсөн барасаҡмын, – ти “Буба”.
Фото: Иглин районы хакимиәтенең "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.