

Рәсәй Президенты Указы менән генерал-майор Руслан Вил улы Ғарифуллинға Рәсәй Геройы исеме бирелеүен яҡташтары шатланып ҡаршы алды. Ул – бындай юғары исемгә лайыҡ булған тәүге Йәрмәкәй яугире.
Герой менән осрашыу ысын ҙур байрамға әүерелде. Оло шатлыҡты яугирҙең әсәһе Фатима Маннан ҡыҙы, ҡатыны Гөлшат Вәсил ҡыҙы һәм шулай уҡ туғандары, иң яҡын кешеләре уртаҡлашты. Күрше райондан командирын ҡотлау өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Сафрон” позывнойлы хеҙмәттәше килде. Бындай ифрат йылы осрашыуҙы һәм ҡотлауҙарҙы көтмәгән Герой ныҡ тулҡынланып, яҡташтары алдында сығыш яһаны. Осрашыу батырҙы күреү мөмкинлегенән тыш, үҙеңде ҙур донъяның бер өлөшө итеп тойорға һәм ватандаштарың өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерергә мәжбүр итте.
Руслан Ғарифуллиндың тыуған еренә яңы сифатта аяҡ баҫыуы барлыҡ яҡташтары өсөн илһам сығанағына әүерелде. Батырлыҡ онотолмай. Төклө аяғың менән туған йортҡа, Герой!
Фото:"Ермекеевские новости".