

Антонға уңыштар теләйек!
"Башҡортостан геройҙары" программаһының отошло ла, уңышлы ла яҡтары тураһында яҙғайныҡ инде. Унда ҡатнашыусыларҙың һаны артҡандан-арта. Мәҫәлән, проектта Бөрө районынан Антон Гаврилов та бар.
– Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашыусыларға ҙур иғтибар бүлгәне өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа сикһеҙ рәхмәтлемен, – тип шатлығы менән уртаҡлаша "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһының финалына сыҡҡан Антон Гаврилов. – Ҙур вазифалар ҙа биләмәҫбеҙ, бәлки, уның ҡарауы, эшкә өйрәнәсәкбеҙ, хеҙмәткә яуаплы ҡарау, уны намыҫ менән башҡарыу, тәртип яратыу тураһында әйтмәксемен.
Эске эштәр органдарында хеҙмәт иткән, улай ғына ла түгел, ҡыҙыу нөктәләрҙә булған яҡташыбыҙ билдәләүенсә, ошо программа фронттан ҡайтҡан яугирҙәргә киләсәккә яҡшы йүнәлеш бирәсәк.
– Бай программа төҙөлгән, унда үҙеңде һынап ҡарау өсөн ҙур мөмкинлектәр бирелгән, – тип тамамланы һүҙен ил һаҡсыһы.
Фото: Герои Башкортостана.