Геройҙар дәүере
9 Август 2025, 18:40

Рәсәй Геройы менән осрашҡандар

Был хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов хәбәр итә.

Рәсәй Геройы менән осрашҡандарРәсәй Геройы менән осрашҡандар
Рәсәй Геройы менән осрашҡандар

Кисә Рәсәй Геройы Никита Петров тыуған яғы - Хәйбулла районында яҡташтары менән осрашҡан. Был хаҡта район башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең сәхифәһендә хәбәр итә.

"Беҙ беренсе тапҡыр Рәсәй Геройы менән осраштыҡ. Һуңғы бер нисә йыл эсендә тыуған районына тәүгә ҡайтып, Никита беҙҙең менән осрашырға ваҡыт тапты. Үҙе тураһында һәм ҡаҙаныштары хаҡында һөйләүҙе бөтөнләй яратмай. Улар тураһында күп һанлы хәрби наградалары һөйләй. Геройлыҡ ҡаҙаныштары тураһында һорауҙарға ул йылмайып, юмор менән яуап бирә, әңгәмәне йомшаҡ итеп алып бара. Тыйнаҡлыҡ уның төп сифаттарының береһе. Ул ысын ир-егет һәм Ватанға тоғролоҡ символы. Никита Александрович йҙөндө беҙ бөгөн махсус хәрби операция зонаһында лайыҡлы хеҙмәт иткән һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙҙең Рәсәй Геройына был осрашыу өсөн ҙур рәхмәт, уға уңыштар, бәхет һәм йәш ғаиләһенә именлек теләйбеҙ!" - тип яҙған Рөстәм Динислам улы.

Рәсәй Геройы Хәйбулла районының Новопетровское ауылында тыуған.

Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас