Геройҙар дәүере
11 Август 2025, 14:00

Яугирҙәр уға “Сакура” тип исем ҡушҡан...

”Японияла иң яҡшы яугир самурай һаналһа, иң матур сәскә – сакура сәскәһе”, – тип яугирҙәр был позывнойҙың шәфҡәт туташына тап килеп тороуын әйтә.

Яугирҙәр уға “Сакура” тип исем ҡушҡан...Яугирҙәр уға “Сакура” тип исем ҡушҡан...
Яугирҙәр уға “Сакура” тип исем ҡушҡан...

Бишбүләк районының Йылболаҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ ата-әсәһе кеүек бәләкәйҙән спорт менән мауыға. Эске эштәр министрлығы мәктәбенә инергә теләй, әммә аяғын имгәтеүе хыялын тормошҡа ашырырға ҡамасаулай.   

2020 йылда мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң ҡыҙ Өфө медицина колледжына уҡырға инә. Һөнәрҙе һайлау осраҡлы түгел, өләсәһе ғүмер буйы фельдшер булып эшләгән, өлкән апаһы ла – шәфҡәт туташы. Дипломлы белгес хеҙмәт юлын Ҡазан ҡалаһында башлай.  Шулай ҙа хәрби хеҙмәт тураһындағы уйҙары онотолмай. 2023 йылдың 24 ноябрендә ҡыйыу ҡыҙ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Ата-әсәһе лә, туғандары ла уның ҡарарын хуплап ҡаршы ала. Ростов өлкәһендә тактик медицинаны үтә һәм яралы яугирҙәргә медицина ярҙамы күрһәтә. Дошмандың Курск өлкәһенә һөжүм итеү ваҡиғаһынан  һуң табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре шул яҡҡа йүнәлтелә. Тап ошонда, Курск ҡалаһындағы госпиталдә хеҙмәт иткәндә, ҡыҙға ”Сакура” позывнойын бирәләр. Ҡаҡса кәүҙәле, матур ҡыҙға был исем тап килеп тора. Яраланғандан һуң дауаланған курсанттар, шәфҡәт туташын күреп аралашҡандан һуң, уға шул позывнойҙы бирергә уйлай. ”Японияла иң яҡшы яугир самурай һаналһа, иң матур сәскә – сакура сәскәһе”, – ти улар

Аҙаҡ ҡыҙ Донецк Халыҡ Республикаһы госпиталдәренең береһендә хеҙмәт итә. Шәфҡәт туташы хәрби-медицина бригадаһы составында миномет уты аҫтында ҡалған Үҙәк телевидениеның Беренсе каналы операторының ғүмерен ҡотҡарыуҙа ҡатнаша, яралыларға медицина ярҙамы күрһәтә.

– Операция уңышлы үтһә, үҙеңдә әйтеп бөтөргөһөҙ көс, кинәнес тояһың. Яралыға ярҙам иткәндә бөтә мәсьәләләрҙе ситкә ҡуйырға, хатта операция өҫтәлендә ятҡан кешене лә уйламаҫҡа, бары табипты тыңларға, уның әйткән һәр һүҙен теүәл үтәргә тейешһең, – ти “Сакура”.

Яҙ көнө ҡыҙ тыуған йортонда булды. Һәр саҡ уны өйҙә ата-әсәһе, туғандары һәм дуҫтары көтөп ала. Ата-әсәһе уның менән сикһеҙ ғорурлана. ”Сакура” махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү тураһында ҡарар ҡабул итеүе өсөн һис үкенмәй.

Фото: “Светлый путь” гәзите.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас