

“Аскинская новь” гәзите хеҙмәткәрҙәре ирекмән Хәлисә Ғәниәтова менән берлектә яугирҙәр өсөн селтәр үрҙе. Тәүҙә камуфляж туҡымаһын ҡырҡып, селтәр нигеҙенә нығыттылар. Хәлисә Нурулла ҡыҙы тәүге көндәрҙән үк махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнаша. Башҡа ирекмәндәр менән бергә һалдаттарға һабын, ҡоро душ, окоп шәмдәре, йылы кейемдәр, ойоҡбаштар әҙерләп ҡуйылған. Бер нисә селтәр ҙә ошо әйберҙәр менән бергә алғы һыҙыҡҡа ебәреләсәк.
Редакция хеҙмәткәрҙәре артабан да бындай осрашыуҙарҙы үткәрергә, мөһим эшкә яҡташтарын йәлеп итергә йыйына. Районда ил, яугирҙәр яҙмышына битараф булмағандар тәүге мәлдән алып ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтә, еңеүҙе яҡынайтыу өсөн өлөшөн индерә. Бындай башланғыстар фронтҡа ярҙам итеүҙән тыш, кешеләрҙе берләштерә. Тыл ярҙамы – ул ҙур көс һәм ышаныс. Хәлисә Ғәниәтова тормош иптәше менән селтәр үреү өсөн егерме мең һумлыҡ туҡыма һатып алған.
Фото: “Аскинская новь” гәзите.