Геройҙар дәүере
15 Август 2025, 13:35

Бала ҡайғыһы йөрәктә

"Фәнзил– баш балам, берҙән-бер улым ине. Ул 1988 йылда тыуҙы. Эшкә шул тиклем әрһеҙ булды, нимәгә тотонһа ла ҡуланын килә ине. Себерҙә вахта ысулы менән иретеп йәбештереүсе булып эшләп аҡса тапты. Гел маҡталып эшләне, хатта Сыуашстанда үткән һөнәрмәндәр ярышында гран-при яуланы. Махсус хәрби операция башланғас, атайым һуғышта булған, мин дә барам тип, контракт төҙөнө,"– тип күҙ йәштәренә мансыла яугирҙең әсәһе Миңлегөл Марат ҡыҙы.

Бала ҡайғыһы йөрәктәБала ҡайғыһы йөрәктә
Бала ҡайғыһы йөрәктә

Йылайыр районының Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан махсус хәрби операцияла 24 ир-егет ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа күрә, шуларҙың 4-әүһе—Фәнзил Илбаҡтин, Ил Бикбулатов, Раян Иҫәнбаев, Радик Йомағолов яуҙа батырҙарса һәләк булған.

Йомағужа ауылынан Фәнзил Ҡотдос улы Илбаҡтин үҙ теләге менән Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән ике тапҡыр контракт төҙөгән. Тәүгеһендә Чечня Республикаһы аша барып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан. Унан имен-һау әйләнеп ҡайтып, ауыл биләмәһендә эшләп йөрөгән. Күңеле тартҡанмы, ил өсөн мөһим мәлдә ир-егеттәр янында булыуҙы хуп күрепме, ул тағы яуға китә.
–Фәнзил– баш балам, берҙән-бер улым ине. Ул 1988 йылда тыуҙы. Эшкә шул тиклем әрһеҙ булды, нимәгә тотонһа ла ҡуланын килә ине. Себерҙә вахта ысулы менән иретеп йәбештереүсе булып эшләп аҡса тапты. Гел маҡталып эшләне, хатта Сыуашстанда үткән һөнәрмәндәр ярышында гран-при яуланы. Махсус хәрби операция башланғас, атайым һуғышта булған, мин дә барам тип, контракт төҙөнө,– тип күҙ йәштәренә мансыла яугирҙең әсәһе Миңлегөл Марат ҡыҙы.-Икенсе тапҡыр ул миңә әйтмәй китте. Тобольскиҙа эшләп йөрөйбөҙ тип шылтыратҡас, шулайҙыр тип уйланым. Аҙаҡ алғы һыҙыҡта йөрөүен белгәс, мин ҡайтам ул, әсәй, борсолма, тине. Тәүге тапҡыр имен–һау ҡайтҡас, был юлы ла шулай булырына шикләнмәнем. Әммә өмөтөм аҡланманы...
Фәнзил Ҡотдос улының атаһы 1967 йылғы Ҡотдос Мөхәмәҙиә улы Илбаҡтан Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгән. Яугирҙең ҡартаталары – Нотфулла Илбаҡтин, Ғәбит Әлбәков Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ата-бабалары кеүек Фәнзил дә алғы һыҙыҡҡа ашҡына.
-Улымдың һәләк булыуын миңә башта әйтмәнеләр. Төшөм боларҙы боларыуын, изгегә булһын, тип юраным. Атаһының аятын уҙғарырға йыйынып йөрөй инем. Бер мәл кеше йыйыла башланы. Ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Тотманов менән ауыл фельдшеры инеп килеүен күргәс кенә, хәлде аңланым,--ти әсә.-Теүәл килеш, үҙен генә алып килеп ерләһәләр ҙә уның үлеменә һаман ышанмайым. Ҡанға мансылған документтарын, үлгәндән һуң бирелгән «Ҡаһарманлыҡ өсөн» орденын, миҙалдарын, хәрби кейемен баламдың төҫө итеп һаҡлайым. Башҡаса әмәл юҡ.
Миңлегөл Марат ҡыҙы Һабыр ауылынан Йомағужаға килен булып төшкән. 38 йыл инде ошо ауылда йәшәй. Ауыл хужалығында һауынсы булып эшләгән. Ҡатындың Фәнзил улынан башҡа тағы 4 ҡыҙы--Рузилә, Яҙгөл, Көнһылыу, Таңсулпан бар. Ҡыҙҙары бөтәһе лә кейәүҙә, әсәйҙәренә 11 ейән-ейәнсәр бүләк иткән.
-Донъябыҙҙы ҡотайтыусы, бөтәйтеүсе, һеңлеләрен ҡараусы Фәнзил булды. Ярай әле кейәүҙәрем шәп, улар улымдың юҡлығын һиҙҙертмәҫкә тырыша. Ике ҡыҙым Сибайҙа, икәүһе Йылайырҙа тора. Алыҫ тип тормайҙар, йыш ҡайталар,--тип һөйөнә әсә.-Һыйыр, йылҡы көтәм, ҡош-ҡорт аҫрайым. Ирем, улым бер-бер артлы ташлап китһәләр ҙә йәшәргә тырышам.
Миңгегөл Марат ҡыҙы шулай уҡ мәрхүм улының хыялын тормошҡа ашырырға иҫәп тота. Фәнзил һуғышҡа китер алдынан иҫән-һау йөрөп ҡайтһам ауыл ҡоҙоғон рәтләйем тип ниәт итә. Тик ул теләгәнсә килеп сыҡмай. Дошман пуляһы уның тап йөрәгенә эләгә. Командиры әйтеүенсә, ул 2024 йылдың 3 апрелендә таңғы сәғәт 5-тә йән бирә. Әсә улы теләгәнсә ҡоҙоҡҡа кольцалар төшөрөп, тирә-яғын профнастил менән кәртәләп, көпләп ҡуйырға материалдар алған. Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Мөхтәр улы Тотманов әйтеүенсә,был изге эште ауылдаштары менән эшләп ҡуйырға, ауыл халҡы һыу алып эскән инешкә «Фәнзил ҡоҙоғо» тип исем ҡушырға иҫәп тоталар.

Сығанаҡ һәм фото: Гөлдәр Ҡадаева

Бала ҡайғыһы йөрәктә
Бала ҡайғыһы йөрәктә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас