

Их, Рәмил күршем, һинең үлем хәбәреңә һаман булһа, күңел ышанмай. Һуңғы һөйләшкәндә генә күпме пландарың менән уртаҡлашып, тиҙҙән үҙең төҙөп сыҡҡан өйөңә саҡырып, Күсейгә ҡайтҡанда туп–тура миңә килерһең, апай, тип саҡырған инең дә бит... Отпускыға ҡайтҡас, Ирәндеккә еләккә барырбыҙ, тип тә һөйләшкән инек...
Еләк тигәндәй, әсәйең Һылыубикә менән Тимерйән шахталары янында еләк йыя инек. Әсәйеңә ни өсөндөр ҡыйын булып киткәс, яулыҡтарыбыҙҙы ябып ябындыҡ та бер ҡайын төбөнә, еләҫ урынға ял итергә ултырҙыҡ. Шунда Һылыубикә бер кемгә лә һөйләмәгән серен систе:"Ауырлымын, берәүгә лә әйтмә",–тигәс бер кемгә лә өндәшмәнем. 10 класта уҡып йөрөгәндә атайыма Баймаҡтан дарыу яҙҙыртып алырға тип барҙым. Әсәйең һине табып ятыуын белә инем, бер юлы уға ла һуғылып, күстәнәс ҡалдырҙым. Тәҙрә аша һине күрһәтте: ҡыш айының һыуыҡ көнө булғанғалыр, тәҙрә туңып, бер урыны ғына күренгәне бөгөнгөләй хатеремдә. Аҙаҡ бер нисә тапҡыр әсәйең йүргәккә төрөп кенә, арлы–бирле юрған йә иһә фуфайкаға урап, төндә килгән ваҡыттары ла, һинең мышнап ҡына беҙҙә йоҡлап сыҡҡан саҡтарың да булды. Студент йылдарында һиңә тип үҙемсә генә бүләк, күстәнәстәр алып ҡайта инем. Бәләкәйҙән күҙ алдында үҫтең, ап–аҡ ҡына шалҡандай малай булдың, Ильяс һәм Илһам ҡустыларым менән бергә уйнар инең, беҙҙең өйҙә сит кеше булманың. Мәктәп йылдарыңды ныҡлап иҫләмәйем, әммә отпускыға ҡайтҡан саҡтарымда Һине иптәшкә алып еләккә, Тоҡтағол яғына энәлеккә һәм Алаһыйырға баланға бара инем. Һәр саҡ ихлас аралашып, ауылдың бар яңылыҡтарын һөйләп, үҙеңсә пландарың менән уртаҡлашыр инең...Рамаҙан апаң менән Хаммат ағайың ҡайһы саҡта баҫтырып та сығарыр ине, кәртә артынан ҡасып килер инең. Мин һине йәшереп аласыҡҡа бикләп ҡуйыр инем. Ғәлиән ағайың һине яҡлашып, кире алып ҡайтыр ине. Иҫләйһеңме, Рәмил, Ғәфүр ҡустың тыуғас нисек шатландың...ә бер аҙҙан кире күңелең төштө. "Әсәй уны хәҙер ярата" тип әйткәсең, өләсәйең, Нәзифә инәй:"Чтобы илап ултырма!"- тине. Улар янында ла барып йәшәп ҡараның, әммә бәләкәйҙән үҫкән йорт ҡәҙерлерәк булғандыр инде... Санкт–Петербургта эшләп йөрөгән саҡта, миңә тип махсус алып ҡайтҡан бүләгең ҡалды..."Ошо сувенир мине лә Питерға юл асһын, уны күрергә насип булһын!"–тип алған инем, ысынлап та Санкт–Петербургты күрергә лә, хатта әллә күпме сит илдәрҙә булырға насип булды. Бүләктең булыуы ла мөһим түгел, ә унан миңә тип инселәп алып ҡайтыуың ул ваҡытта шул тиклем күңелемде күтәргән ине ... Һаман үлемеңә күңел ышанмай...Ни өсөндөр һәр саҡ фотоларымды бер папкаға һаҡлап бар тинең, позывнойыңды, жетон номерыңды яҙып ебәрҙең. "Алып киткәндә әкиәт кеүек һөйләп алып киттеләр ҙә, һаман аҡса күсмәй"–тип тә шылтыраттың. Белешеп, һорашып та ҡуйыр инем, һәр саҡ дәртләндереп:"һин Герой ейәне, бирешмә!"–тиер инем. Һуңғы тапҡыр видео менән һөйләшкәндә сушки генә ашап ята инең, өҙлөкһөҙ йүткерә инең дә, аяғыңа үҙең нисек укол эшләгәнеңде лә күрһәтеп, һыҙлауын да әйткән инең... Һуңғы һөйләшеү булған икәнен кем белһен...Нисектер асылып ундағы хәлдәрҙе лә һөйләп ташланың, "их, бында беҙҙәге кеүек тәбиғәт юҡ шул" тип көрһөнөп тә ҡуйған инең...
Тәбиғәттең иң матур мәлендә, йәй айында тыуған ауылыңа ҡайттың... Мәңгегә... Ил батыры булып, Герой олатайың рухына тап төшөрмәй, биргән антыға һуңғы һулышыңа тиклем тоғро ҡалып... Йәнең йәннәттә булһын, минең бәләкәс дуҫым, күршем, Рәмил...