Геройҙар дәүере
15 Август 2025, 10:25

Яугир әсәһе

Өлөшләтә мобилизация башланғас та тәүгеләрҙән булып Ватаныбыҙҙы һаҡларға саҡырыла. 2022 йылдың сентябренән алып бөгөнгө көнгә тиклем “Федя” позывнойлы яугир махсус хәрби операция биләмәһендә. Яраланып, госпиталдә ята һәм ҡайтанан яу биләмәһенә ебәрелә.

Яугир әсәһеЯугир әсәһе
Яугир әсәһе

Баймаҡ районының Түбәнге Таһир ауылында йәшәгән Гүзәл Әлибаеваның улы махсус хәрби операция башланғанда, ғаиләһе менән Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Әбйәлил һылыуы Линара менән Элина һәм Альберт исемле балалар үҫтерә. Ҡала комбинатында иретеп– йәбештереүсе булып эшләй, йәшәргә фатиры ла, эше лә була. Өлөшләтә мобилизация башланғас та тәүгеләрҙән булып Ватаныбыҙҙы һаҡларға саҡырыла. 2022 йылдың сентябренән алып бөгөнгө көнгә тиклем “Федя” позывнойлы яугир махсус хәрби операция биләмәһендә. Яраланып, госпиталдә ята һәм ҡайтанан яу биләмәһенә ебәрелә.

—Улымдың мобилизацияға эләгеүен ишеткәс, тәүҙә ышанманым. Екатеринбургта хәрби әҙерлек үттеләр, артабан яу биләмәһенә ебәрҙеләр. Баштан уҡ уның менән бәйләнеште килен аша тоторға һөйләштек, артабан үҙе  яйы сыҡанда, шылтыратып алырға тырыша. Оҙаҡ һөйләшеп алыу мөмкинлеге юҡ. Иң мөһиме–улымдың “Әсәй, һаумы! Иҫәнмен!” тигән һүҙҙәрен ишетһәм, күңелем тыныслана. Ул да, мин дә бер –беребеҙҙе күрмәһәк тә, йөрәк тибештәребеҙ, өҙөк –өҙөк ишетелгән һүҙҙәр аша булһа ла бер –беребеҙҙе аңлайбыҙ. Улым өсөн төндәр буйы борсолоп ыҡҡан мәлдәр ҙә юҡ түгел, доғалар уҡып, уларҙың иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләп ултырам. Тиҙерәк һуғыш бөтһөн, улдарыбыҙ ғаиләләренә иҫән–һау ғына әйләнеп ҡайтһындар,–ти яугир әсәһе Гүзәл Рәфҡәт ҡыҙы.

Яугир әсәләре... Оло йөрәкле, сабырлы, түҙемле, ғәзиз улдары өсөн минут һайын өҙгөләнеп уларҙы көткән, “һаумы, әсәй!” тип өндәшеүҙәрен ишетер өсөн көн генә түгел, төн йоҡоларын да ҡалдырып, ҡулдарынан телефондарын төшөрмәгән, һәр шылтыраған тауышҡа һиҫкәнеп, улы тип йүгереп килгән, ахыр сиктә изге доғаларын уҡып, уларҙың иҫән – һау ҡайтыуҙарын теләгән һәр яугирҙең әсәләренә  һоҡланмай мөмкин түгел. Гүзәл Әлибаева менән аралашҡан ваҡытта ла уның бер нисә тапҡыр тәрән итеп уфтанып алыуы ла, күҙҙәренең йәшләнеүе лә ғәзиз улын һағыныуынан, уның ут эсендә йөрөүенә йәнен өҙөп бирерҙәй булып ултырыуын аңларға була. Тиҙерәк һуғыш тамамланып, һәр әсә үҙ улын күкрәген ҡыҫып, һағынышлы күҙҙәренә ҡарап: “Улым, һаумы!” тип әйтерлек булһын, илдә тыныслыҡ урынлашһын, һәр яугир ғаиләлере янына иҫән–һау әйләнеп ҡайтһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Автор фотоһы

Автор:Карима Усманова
Читайте нас