Геройҙар дәүере
18 Август 2025, 18:00

“Барыһы ла тылдағы кеүек: кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарам”

Хәҙер элекке курсташтар – “Вандам”, “Кинзя” һәм “Каспер”  Херсон йүнәлешендә  яралыларға  тәүге медицина ярҙамы күрһәтә.

“Барыһы ла тылдағы кеүек: кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарам”“Барыһы ла тылдағы кеүек: кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарам”
“Барыһы ла тылдағы кеүек: кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарам”

Махсус хәрби операция зонаһында медицина хеҙмәткәрҙәренең роле баһалап бөткөһөҙ. Бишбүләк районы егете, “Вандам” позывнойлы  яугир хәрби фельдшерҙар эшенең алғы һыҙыҡта ни тиклем ауыр һәм ҡатмарлы булыуын яҡшы белә.

Дүсән ауылында тыуып үҫкән егет, урта мәктәпте тамамлағас, Өфөләге иҡтисад һәм юриспруденция колледжына уҡырға инә .Тик бер йыл уҡығандан һуң үҙенең башҡа профессияға тартылыуын тоя һәм Бәләбәй медицина колледжына уҡырға инә. Уңышлы тамамлағандан һуң  армия хеҙмәтенә саҡыралар. Аҙаҡ егет Өфөләге ашығыс ярҙам хеҙмәтендә фельдшер булып эшләй.

Бергә уҡыған элекке студенттар  хеҙмәт юлына баҫҡас та айырылмайҙар, йыш аралашалар. Мурманск өлкәһендә эшләгән дуҫының, махсус хәрби операция башланғас, контракт төҙөп, алғы һыҙыҡҡа йүнәлеүен белеп ҡала. “Кинзя” позывнойлы хәрби фельдшер медицина хеҙмәткәрҙәренең етешмәүен хәбәр итә. Яҡташыбыҙ күп уйлап тормай,  2024 йылдың май айында,  контракт төҙөп,  фронтҡа китә. Хәҙер элекке курсташтар – “Вандам”, “Кинзя” һәм “Каспер”  Херсон йүнәлешендә яралыларға  тәүге медицина ярҙамы күрһәтә. Уларҙы яугирҙәр араһында “фәрештәләр” тип йөрөтәләр. Пулялар һыҙғырғанда йәиһә снарядтар шартлағанда ла, улар яралыларҙы үлем ҡосағынан алып сығырға ашыға.  Ваҡытында күрһәтелгән квалификациялы ярҙам кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡала. Башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре һәм хәрби подразделениелар менән тығыҙ бәйләнештә эшләү көсөргәнеште кәметергә ярҙам итә. “Вандам” бик баҫалҡы, тыныс холоҡло егет, хеҙмәте хаҡында күп һөйләргә яратмай.

– Мин үҙемдең эшемде генә башҡарам, “ашығыс ярҙам”да эшләүем бында бик ҡулай. Шул уҡ хеҙмәтемде башҡарам, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарам. Бөтә егеттәр менән  окопта ятам, яраланған яугир булһа, эргәһенә шыуышып барып, тәүге медицина ярҙамын күрһәтәм. Ауыртыныуҙы кәметеү өсөн  энә ҡаҙайым, ҡанды юғалтмау өсөн жгут һалам. Аҙаҡ уны хәүефһеҙ урынға сығарырға  һәм госпиталгә оҙатырға кәрәк. Тәүҙә бик ҡурҡыныс ине. Ашығыс ярҙамда эшләгәндә  мин бөтәһен дә күрҙем, әсеһен дә, сөсөһөн дә татыным, тип уйлай инем. Алғы һыҙыҡҡа эләккәс, тәүге һуғышта уҡ уның ниндәй  ҡот осҡос фажиғәле  булыуын  күрҙем. Кеше барыһына ла түҙә, күнә.

Бер тапҡыр штурмлау операцияһында яралы хеҙмәттәштәрҙе яу яланынан сығарырға тырышҡанда, дошмандың ауыр артиллерияһы телгә килде, яҡында ғына биш снаряд шартланы, һауала дрондар баш күтәрергә мөмкинлек бирмәй. Был саҡта үҙеңде ҡулға алырға кәрәк. Беҙ үҙебеҙҙең ни өсөн көрәшкәнебеҙҙе яҡшы аңлайбыҙ, был ҙур рухи көс бирә. Ә беҙ ҡотҡарып алып ҡалған яугир аяғына баҫып, рәхмәт белдерһә, эшебеҙҙән  шул тиклем ҙур ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисерәбеҙ, – ти “Вандам”. Беҙ уға уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ.

 Фото:”Светлый путь” гәзите.  

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас