Геройҙар дәүере
18 Август 2025, 05:00

Башҡортостандың милли музейында патриотик күргәҙмәләр асыла

Экспозициялар Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә үтәсәк

Башҡортостандың милли музейында патриотик күргәҙмәләр асылаБашҡортостандың милли музейында патриотик күргәҙмәләр асыла
Башҡортостандың милли музейында патриотик күргәҙмәләр асыла

22 августа Башҡортостандың Милли музейында ике патриотик күргәҙмәне асыу тантанаһы була: “Мәҙәниәт армияһы” (Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең үҙәк музейы) һәм “Рәссам күҙҙәре менән МХО” (М.Б. Греков исемендәге хәрби рәссамдар студияһы рәссамы Егор Смирновтың график эштәре).

Экспозициялар армия мәҙәниәте көндәре программаһы сиктәрендә тәҡдим ителәсәк. “Мәҙәниәт армияһы” күргәҙмәһе Рәсәй Оборона министрлығының мәҙәниәт департаменты ведомство ҡарамағындағы музейҙар, театрҙар һәм ижади коллективтар менән таныштырасаҡ. Килеүселәр Рәсәй Ҡораллы көстәренең үҙәк музейы йыйылмаһынан Еңеү байрағының күсермәһен, артистарҙың сәхнә костюмдарын, наградаларҙы, билдәләрҙе һәм “мәҙәни фронтта” ҡаҙаныштарҙы сағылдырған башҡа әйберҙәрҙе күрә аласаҡ. Был күргәҙмә 27 авгусҡа тиклем эшләйәсәк.

“Рәссам күҙҙәре менән МХО” күргәҙмәһе һәр килеүсегә беҙҙең замандың героик тарихына ҡағылырға мөмкинлек бирәсәк.

Күргәҙмәлә рәссам-баталист Егор Смирновтың һалдаттарҙың ауыр көнкүрешен, уларҙың батырлығын һәм ҡаһарманлығын, табиптарҙың фиҙакәрлеген һәм һуғыш осороноң лирик мәлдәрен һүрәтләгән эштәре күрһәтеләсәк. Күргәҙмә 21 сентябргә тиклем эшләйәсәк.

Шул уҡ көндө, 22 августа, балалар һәм ғаиләләр өсөн “Һалдат байрамы” акцияһы үтәсәк. Программала “хәрби тарих киҫелештәре” тематик экскурсияһы, ағас һәм пряник биҙәү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. “Башҡортостандың хәҙерге тарихы” залында Рәсәй дәүләт флагы көнөнә арналған саралар һәм кино күрһәтеүҙәр үткәреләсәк.

 Патриотик программала тағы 26 август, 15:00 сәғәттә, фронт рәссамы Юрий Сивачев менән осрашыу ҡаралған. “Батырлыҡ портреты” сараһында Юрий Евгеньевич махсус хәрби операция биләмәһендә Ватанды һаҡлаусы ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың портреттарын музейға тапшырасаҡ. 27 августа музей саралары 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Федерацияһы геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 126 йыл тулыуға арналған ҡала экскурсияһы менән тамамланасаҡ.

 Армия мәҙәниәте көндәрен үткәреү ваҡтыныда музейҙа даими экспозициялар эшләйәсәк: "Батырлыҡ. Хәтер. Хаҡиҡәт: Еңеүҙең 80 йыллығына арнала”, Илдар һәм Самир Арыҫлановтарҙың “Еңеү макеттары” күргәҙмәһе, “Кешеләр. Моторҙар. Ҡаҙаныштар: ОДК-УМПО-ның 100 йыллығына” юбилей күргәҙмәһе, Әлибәк Тахо-Годи исемендәге Дағстан Милли музейының 100 йыллығына арналған “Минең Дағстан” төбәк-ара күргәҙмәһе, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамдары Әмир Мәзитов һәм Йәлил Сөләймәновтың “Ер хәтере. Урал көсө” күргәҙмәһе. “Башҡортостандың хәҙерге тарихы” залында махсус хәрби операция биләмәһенән хәрби ҡорамалдар һәм башҡа артефакттар ҡуйыласаҡ.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-08-16/v-natsionalnom-muzee-bashkirii-otkroyutsya-patrioticheskie-vystavki-4351055

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас