Геройҙар дәүере
19 Август 2025, 16:30

“Улдарын көткән барлыҡ әсәләр  мине аңлар”

“Әсәй, мин егеттәрҙе ташлап ҡайта алмайым”

“Улдарын көткән барлыҡ әсәләр  мине аңлар”“Улдарын көткән барлыҡ әсәләр  мине аңлар”
“Улдарын көткән барлыҡ әсәләр  мине аңлар”

“Мин отпускыға ҡайтыу менән Мофассал олатайыбыҙҙың ҡәберендәге таҡтаташты яңыртырбыҙ. Ҡыҙыл Йондоҙ орденын да яһап ҡуйҙырырмын. Тик әлегә бер кемгә лә әйтмәй тор, әсәй, ундай эште кешегә әйтеп, маҡтанып эшләге килмәй, тине улым”, – тип хәтерләй махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған командир урынбаҫары Мансур Ҡотоевтың әсәһе Рафиға Искәндәр ҡыҙы.

Мансур олатаһының батырлығы менән ғорурлана

Мансур Учалы районының Нау­рыҙ ауылында Ҡотоевтар ғаилә­һендә 1989 йылдың 17 декабрендә  өсөнсө бала булып донъяға килгән. Уның олатаһы Мофассал Шәй­хислам улы Бөйөк Ватан һуғы­шында Белоруссия фронтында 3-сө мотоуҡсылар полкында хеҙмәт иткән, Новороссийск районының Псков ҡалаһын алғанда ҡул пулеметы менән фашистарҙың дзодтарын юҡҡа сығарған.

Подразделениены уттан ҡот­ҡарғаны өсөн ул Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Әммә Мансур тыйнаҡлығы арҡаһында олатаһының был батырлығы ту­раһында ҡысҡырып һөйләп йөрө­мәй. Ярҙамсыл һәм бәләкәй са­ғынан ниндәйҙер эске тәрбиәгә эйә булған Мансур ата-әсәһенең уң ҡулы булып үҫә.

Кешене хеҙмәт кеше итә

Мансурҙың атаһы Ғәбдрәүеф Мофассал улы, мәктәп директоры булыуына ҡарамаҫтан, үҙ балаларына ҡарата башҡаларға ҡара­ғанда талапсаныраҡ була. Улдары Рөстәм менән Мансурҙы, ҡыҙы Зилиәне бәләкәй саҡтарынан уҡ эшһөйәр булырға, кеше алдында оятҡа ҡалмаҫлыҡ итеп намыҫ һаҡлап йәшәргә өйрәтә. Үҙе лә, Наурыҙ мәктәбенә эшкә төшкәне бирле, кеше балаларының яҙмышы һәм  мәктәп тормошо менән ҡайнап йәшәй.

– Беҙ Наурыҙға күсеп килгәндә ауыл мәктәбенең һәр кабинеты айырым йортта ине. Уҡыусылар, һәр дәрес һайын тәнәфестә урамға сығып, икенсе кабинетҡа күсеп йөрөй. Ямғыр яуып торһа, йыйыш­тырыусыларға сәғәт һайын иҙән йыуырға тура килер ине. Балалар ҙа ҡышҡыһын урамға кейенеп сығырға тырышмай, шуға ауырып та китәләр ине. Ғәбдрәүеф Мофассал улы, гел шулай йүгергеләп йөрөгән балаларҙы һәм уҡытыу­сыларҙы йәлләп, Мәскәүгә үҙе хат яҙып, яңы мәктәп төҙөтөүгә ҙур көс һала. Ике ҡатлы итеп кирбестән йылы һәм ҙур мәктәп һалдырҙы. Шул арала үҙе слесарь ҙа, төҙөүсе лә, кәрәк-яраҡ табыусы ла ине. Уландарын да һәр яҡлап эшкә өйрәтеп үҫтерҙе,  – тип хәтерләй тормош иптәше хаҡында Рафиға Искәндәр ҡыҙы.

Ныҡышмал кеше булды

– Атайым “Кешене хеҙмәт кенә кеше итә” тип әйтер ине, – тип әңгәмәгә ҡушыла оло улы Рөстәм. Мансур ҡустымдың эшһөйәр һәм кешелекле булып үҫеүенең сәбәбе – атайымдың тәрбиәһенең йоғон­тоһо ул.

Рөстәм, күҙҙәренә төйөлгән йәш­тәрен тыйып, ҡустыһының миҙал­дарына ҡараш ташлай.

– Ҡустым Мансур был миҙал­дарына ысын мәғәнәһендә лайыҡ, тик ошо наградаларын тағып, ма­һайып фотоға төшмәне. Артығын да һөйләмәне. Беҙ хатта уның взвод командиры урынбаҫары икәнен дә белмәнек, шул тиклем тыйнаҡ ине. Ялға ҡайтҡанында ла һуғыш тураһында һөйләмәҫкә тырышты. Холҡо менән шым ғына булһа ла, шул уҡ мәлдә ныҡышмал да булды ул.

Беҙҙең йәш араһы ҙур ғына булғас, мин мәктәпте бөтөп, кол­хозға тракторсы булып эшкә төш­кәндә, Мансурға дүрт йәш тирәһе ине. Ул шул мәлдә үк иртән тороп, минең менән тракторға менеп ултыра ине. Ҡыҙыҡ күреп йөрөр ҙә, бер сәғәт үткәс, ялҡыр, тип уйлап ултыртам. Әммә Мансур көн буйы минең менән эшләй.

Техниканы бала саҡтан үҙ итте ул. Шуға ла атай уға автомобилде лә ышанып тотторҙо. Ул техникумда  уҡыған мәлендә бөтә дуҫтарын да автомобилгә ултыртып йөрөттө. Эсендәге тышында булманы, тик әйткән һүҙҙәрен тыңлаһам, уның һүҙҙәрендә лә, эшендә лә һәр саҡ атайымдың аҡылы һәм миһыр­банлығы сағыла ине.

– Эйе, шулай булды ул, – тип Рафиға Искәндәр ҡыҙы, нимәлер иҫләгәндәй, улының фотоларына ҡарап йылмайып ҡуйҙы. – Бер мәл ҡаланан ҡайтып киләбеҙ, юл буйында бер ҡатын ята. Мансур, шунда уҡ туҡтап, йүгереп сығып, теге ҡатынды беҙҙең автомобилгә ултыртып алды. Бысранып бөткән, эсеп иҫереп ятҡан бисара Ман­сурҙың уны дауаханаға алып барыуына аптырап та ҡалды шикелле. Ә мин улымдың ошондай хол­ҡона күнегеп бөткәйнем. “Кешегә ярҙам кәрәк, әсәй, башҡаса булдыра алмайым”, – тиер ине.

Һүҙгә Зилиә апаһы ла ҡушыла.

– Мин уны атай-әсәйемдән инәлеп һорап алдым, тиһәм дә, хата булмаҫ. 10 йәшем тулғансы гел урамда кеше балаларын күтәр­ҙем дә йөрөнөм. Өйгә ҡайтҡас, миңә лә бәпәй алып ҡайтығыҙ, тип йонсота инем. Һорап ҡына алған Мансур ҡустым гел минең эргәлә булды, тиһәм дә хата булмаҫ. Мин кейәүгә сыҡҡас, ул, мәктәпте бөтөп, уҡыуын техникумда дауам итте, беҙҙең ғаиләлә өлкән ул һымаҡ үҫте, минең балаларымды ла ҡарашты. Тормош иптәшем дә уны ҡустыһы кеүек яратты.

Беҙҙең Мансурҙы күп кешенең яратҡанлығы уны махсус хәрби операцияға оҙатҡас та күренде. Тотош ауыл уның өсөн доға ҡылды, тиһәм дә, хата булмаҫ. Районы­быҙҙағы миңә таныш булмаған кешеләр ҙә Мансурҙы ныҡ көтөү­ҙәре хаҡында яҙҙы, – ти ул.

“Юлға сығыр мәлендә генә әйтте...”

Балаларын тын ғына тыңлап ултырған Рафиға апай, улының махсус хәрби операцияға юл алыуын хәтерләп, һүҙ башланы:

– Ауыл ир-егеттәренә саҡырыу килгән көндә Мансурға вахтаға китергә биш көн генә ҡалғайны. Ауылда ла түгел ине бит инде. Юҡ, һәр ваҡыттағыса, намыҫлы балам, ауыл биләмәһе башлығы шылтыратыу менән, Учалынан килеп, икенсе ауылға киткән хакимиәт  етәксеһен күперҙә көтөп ултырған. Саҡырыу ҡағыҙын алыу менән Учалы хәрби комиссариатына барып ингән. Ә бит күптәр кискә тиклем сират көтөп тороп ҡалған. Юҡ, беҙҙең Мансур, һәр ваҡыттағыса, намыҫ һаҡлаған.

Апаһы менән ағаһына әйтмәҫкә ҡушҡан. Бар кәрәкле эштәрен атҡарып, медицина күҙә­теүен үтеп, юлға сығыр мәлендә генә әйтте бит. Киленем Айгизә лә Мансурҙың һүҙенән сыҡманы. Ире нисек әйтә, шулай булды.

“Алты айлыҡ Зәлиәне ҡалды­рып, һуғышҡа китәһеңме?” тип әйткән инем. “Әсәй, беҙҙең нәҫел­дән барыбер берәйһен алырға тейештәр, ул кеше мин булайым”, – тине. Шулай итеп, беҙҙең ауылдан мобилизация буйынса киткән бер­ҙән-бер һалдат Мансурым булды. Телефон аша һәр саҡ “Барыһы ла яҡшы булыр”, тине. Алғы һыҙыҡҡа киткәнендә лә гел шулай ҡыҫҡа ғына итеп, “керәм дә сығам, барыһы ла яҡшы булыр”, тине.

Ямалда вахтала эшләгән Ман­сурҙың яҡындары: “Уның эшен баһалап тапшырылған грамоталарына, Рәхмәт хаттарына өйрәнеп бөткән инек. Тик һуғыш бит уйын түгел, унда физик яҡтан ғына ныҡ булыу әҙ, йөрәк ныҡлығы ла кә­рәклеген аңлайбыҙ, уның һау­лығы өсөн ныҡ борсолдоҡ”, – ти.

Һыр бирмәгән батыр йөрәкле егет

Мансур махсус хәрби опера­цияға юлланғанда алты айлыҡ ҡы­на булып ҡалған ҡыҙы Зәлиә­һенә өс йәш тула. Ә яугир хәбәр­һеҙ юғал­ғас, хәләл ефете йәнә ҡыҙ таба һәм ире алдан һайлап ҡуйған Мәҙинә тип исем ҡуша. Яҡындары, балаҡайҙары менән телефон аша аралашҡан мәлдә йөрәккәйе ниҙәр кисергәнен Мансур үҙе генә бел­гәндер.

– Ялға ҡайтҡанында: “Аллаһ ғүмер биреп, һуғыштан иҫән ҡайт­һам, вахтала башҡа эшләмә­йә­сәкмен. Ғаиләм эргәһендә булып, балаларымды наҙлап, һөйөп үҫтер­гем килә”, – тине улым.

“Арығаның күҙҙәреңә сыҡҡан, ҡайт инде, балам, ҡайт. Бәләкәс балаларың булғас, бәлки, ҡайта­рырҙар”, – тип әйтеп тә ҡараным. Ул миңә: “Әсәй, мин егеттәрҙе ташлап ҡайта алмайым”, – тине.

Отпускыла булғанында шифа­ханаға бирелгән юлламаһын да миңә тәғәйенләп китте бит. Атай-әсәйҙе, яҡындарҙы ҡурсалау, ғаилә өсөн бар йөрәген биреп йәшәү Мансурҙың йәшәү рәүеше ине. Ә һуғышта уның тағы ла ғаиләһе артты. Бергә хеҙмәт иткән егеттәрен бер туғандай күреп яратты ул. Ә беҙ инде 35 йәшенә лә етмәй шул тиклем күпте күреп өлгөргән Ман­сурыбыҙҙың һәр һүҙен ихтирам менән ҡабул иттек, – тип хәтирәләр йомғағын һүтте әсә кеше.

“Улдарын көткән барлыҡ әсәләр мине аңлар”

Тынлыҡты боҙғом килмәй, уның күҙҙәренә ҡараш ташлайым. Рафи­ға ханым дауам итә.

– 2024 йылдың 19 сентябрендә  киленемә шылтыратып, оҙаҡ ҡына һөйләшкән. Һәр ваҡыттағыса: “Хәр­би задание менән керәбеҙ ҙә сыға­быҙ, борсолма”, – тигән. Шул көн­дән алып ул бәйләнешкә бөтөнләй сыҡманы. Улымдан хәбәр көтөп, төндәр буйы йоҡламаным. Улдарын көткән барлыҡ әсәләр аңлар мине.

Рөстәм менән Зилиәм, киленем ҡайҙа ғына яҙманы ла кемгә генә барманы, ниндәй генә тупһаларҙы тапаманы. Хәбәрһеҙ юғалғандар әсирлектә була, тигән уйҙар өмөт бирә ине. Әммә быйыл 22 майҙа киленемә “Мансур Ҡотоев мәйетха­нала” тигән хәбәр килгән. Улым, киленем һәм ҡыҙым, миңә әйтмәй генә юлға сығып, Ростовҡа барып, Мансурымды танып алып ҡайт­тылар. Өсәүләшеп килеп кергәстәр, аңланым инде, тик үҙем күрмә­йен­сә ышанмаҫмын тип уйлаған инем.

“Мансур һине бер ваҡытта ла илатырға теләмәне. Ҡараһаң, йө­рәгең туҡтар”, – тип табутты астырманы Зилиәм. Ялға ҡайтыуының беренсе көнөндә үк олатаһының ҡәберенә барып, ташын яңыртып, Ҡыҙыл Йондоҙ орденын ҡуйғайны улым, хәҙер инде үҙе улар янына юлланды...

Рафиға Искәндәр ҡыҙын ҡосаҡ­лағым, йылы һүҙҙәр әйтеп, йыуат­ҡым килде. Уның йөҙө буйлап там­ған күҙ йәштәрен миңә күр­һәтмәҫкә теләүен, һыр бирмәүен, улы өсөн ғорурлыҡ кисереүен дә тойҙом.

Ҡайғыны төрлө кеше төрлөсә үткәрә. Рафиға Искәндәр ҡыҙы бирешмәйәсәк. Ошондай көслө рухлы әсәләр үҫтергән уландар ғына Тыуған иле, ауылдаштары өсөн йәнен аямайҙыр ул, тигән фекергә килдем. Ҡапҡаһы янында йыраҡ­тарға ҡарап, һаман улын көткәндәй өмөтләнеп торған әсәгә ҡулда­рымды биреп һаубуллаштым.

...Бөйөк Ватан һуғышы ветераны – олатаһы Мофассал Шәйхислам улы, атаһы, хеҙмәт ветераны Ғәб­дрәүеф Мофассал улының эргә­һендә махсус хәрби операция ветераны, батырҙарса һәләк булған взвод командиры урынбаҫары Мансур Ҡотоевтың ҡәбере урын алды. Тоҡомо шунан сыҡҡас, Сораман ауылында ерләнһә лә, Мансур Ҡотоевтың йәне “Үлемһеҙ полк” сафынан бер нисә минутҡа ғына Наурыҙға ҡайтып, беҙҙе ихлас йылмайып оҙатып ҡалды кеүек тойолдо. Ҡустыбыҙҙың йылы ҡарашын күктән тойоп, уға гүр яҡтылығы теләп бәхилләштем. Батырҙа­ры­быҙҙың исеме мәңге хәтеребеҙҙә ҡалһын.

Автор: Зилә ҒӘЛЛӘМОВА.

“Улдарын көткән барлыҡ әсәләр  мине аңлар”
“Улдарын көткән барлыҡ әсәләр  мине аңлар”
“Улдарын көткән барлыҡ әсәләр  мине аңлар”
“Улдарын көткән барлыҡ әсәләр  мине аңлар”
“Улдарын көткән барлыҡ әсәләр  мине аңлар”
“Улдарын көткән барлыҡ әсәләр  мине аңлар”
“Улдарын көткән барлыҡ әсәләр  мине аңлар”
“Улдарын көткән барлыҡ әсәләр  мине аңлар”
“Улдарын көткән барлыҡ әсәләр  мине аңлар”
Автор:
Читайте нас