Геройҙар дәүере
21 Август 2025, 13:50

Һынауҙар уны ҡаҡшатмаған, сыныҡтырған ғына

1983 йылдың 13 ғинуарында Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында тыуған Шамил Сәғәҙей улы Нәҙербаев. 2022 йылдың 27 сентябрендә икенсе төркөм менән МХО-ға юллана. Мобилизацияға үҙ ирке менән яҙыла. Хәрби комиссариатта эшләгән һабаҡташы офицерҙар кәрәк тип шылтыратҡан ваҡытта уның вахтанан ҡайтып ҡына торған сағы була. “Иртәгә юлға” тигәненә лә аптырап ҡалмай. Был хаҡта әсәһенә хәбәр иткәс,  ул да: “Бараһың инде, саҡыртҡас”, – ти.

Һынауҙар уны ҡаҡшатмаған, сыныҡтырған ғынаҺынауҙар уны ҡаҡшатмаған, сыныҡтырған ғына
Һынауҙар уны ҡаҡшатмаған, сыныҡтырған ғына

Ил саҡырғас – яуға!

– Икенсе көнөнә туғандарҙы йыйып ҡунаҡ иттек тә – юлға сыҡтым, – ти Шамил.  2000 – 2005 йылдарҙа БДУ-ның Сибай институтының тарих-филология факультетында уҡығанда хәрби кафедрала әҙерлек үтә. Запастағы лейтенант званиеһын алып сыға унан. Институттан һуң полицияға эшкә төшкәс, армия сафында хеҙмәт итергә тура килмәй. Милиция, полицияла – 15 йыл, Баймаҡта ДАИ начальнигы булып эшләгән Шамил себерҙә вахтала йөрөп ҡайтырға өлгөрә.

...Ҡазанда учебка үткәндән һуң уны 428-се башҡорт полкына тәғәйенләйҙәр. Беренселәр булғас, яңғырауыҡлы ҡушаматтар ҙа алмайҙар үҙҙәренә. Эшелон менән менән Ростов өлкәһенә, Милерово тигән ергә, ебәрәләр. Унда ла бер ай учебка үтәләр. Һалдаттарҙы техника, ҡорал менән тәьмин итеп, 3 декабрь Украинаға ебәрәләр. Шамил Нәҙербаевты разведка полкының 4-се взводы командиры итеп ҡуялар.

- Кременнойҙың аръяғындағы ҡарағай урманында урынлаштыҡ. Оҙаҡламай яраландым. Минаға эләктем. Тиҙ ярҙам күрһәтеп, һөйрәтеп алып сыҡтылар ҙа километр ярымда урынлашҡан эвакуация полкына тапшырҙылар. Улар Ростовтағы госпиталгә юлланы. Башта ялан госпиталендә операция эшләнеләр, – тип хәтирәләргә бирелә Шамил. Мина ярсығы ике аяғын, ҡулын тишеп үткән, яңағын һындырған була. Үпкә, ҡабырғалары зарар күргән. Барыһы ла ыңғай тура килеүе, ярҙамдың ваҡытында күрһәтелеүе арҡаһында Шамил үлем тырнағынан йолоп алына. Ике аяғы ла һынған Шамилды Ростовҡа алып килеүҙәре менән Санк-Петербургка осорға торған бортҡа өлгөртәләр. Киров исемендәге хәрби медицина академияһына эләгеп, унда биш ай дауалана. Унан Екатеринбургка күсерәләр. Унда бер ай дауаланғандан һуң, ике айға ялға ҡайтаралар. Бер айҙан комиссия уны хеҙмәткә яраҡһыҙ тип тыуған яғына ҡайтара. Яраланғанға алынған өс миллион һум аҡсаһын Шамил балаларына торлаҡ һатып алыуға тотона. Ҡыҙы Айзилә 10-сы, улы Динир 8-се класҡа бара.

Ҡайтҡас күп тә тормай Мерәҫ ауылынан район советы депутаты итеп һайлана. Ауылдаштары уға ышаныс күрһәтеп, ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын ышанып тапшыралар. Шамил тик ята торғандарҙан түгел, уға туҡтауһыҙ хәрәкәт, нимә менәндер мәшғүл булыу оҡшай.

- Киткәндә үк ҡатыным менән айырылышҡан инек, ҡайтҡас та яңынан өйләндем. Тегендәге күп егеттәрҙең айырылған, шәхси тормошта уңмаған булыуына иғтибар иттем.

- Ут эсендә йөрөгәндә ҡатынының ҡәҙерен белә башлай, һағынып, уға ҡарата ҡарашын үҙгәртә. Оҙайлы айырылышып торғандан һуң ҡатыны ла ирен һанлай, һөйөү хистәре дөрләп китә, тиҙәр... – тип һүҙгә ҡушылам.-

- Һеҙ әйткәнсә булһа, күп егеттәр кәләштәренә ҡайтыр ине. Ул яҡтан мин ҡатыраҡмындыр ҙа, бәлки. Ҡайтһам, киренән йәшәй башларбыҙ, тигән уйҙар булманы. Китап уҡыусыға яҙыусының ижады уның хистәрен ҡуҙғытҡанда яҡын була. Күп әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыһаң, кешене элекке тормошон уйлап ҡыҙғаныуға, йәлләүгә этәрергә тырышыу бар. Ә тормошта барыбер ҙә барыбыҙ ҙа ҡатыраҡбыҙҙыр. Прагматиктарбыҙ. Тормош алға бара. Артҡа ҡарарға ярамай, тигән уйҙабыҙ.

- Башҡорттарҙа ла кеше үлде тип артынан үлеп булмай, йәшәр кәрәк, тип йыуаталар бит...

- Дөрөҫөн әйткәндә шулай ҙа инде... Тормош бит. Яҡын кешеһе үлде икән ти. Эшкә сығырға, балаларҙы үҫтерергә кәрәк бит.

- Ә был кәләшегеҙ менән нисек таныштығыҙ? Берәйһе таныштырҙымы?

- Уны алдан белә инем. Тиҫтербеҙ. Аралаша торғас, тәҡдим яһаным. Никах уҡыттыҡ. Ләлә Фирғәт ҡыҙы балалар бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй.

- Бергә хеҙмәт иткән егеттәр менән әлеге ваҡытта аралашаһығыҙмы?

- Күптәр юҡ инде. Күбеһе яраланып ҡайтты. Улар менән бәйләнештәбеҙ.

- Яуҙан ҡайтҡан егеттәрҙә травманан һуң стресс арҡаһында һаулыҡтары ҡаҡшауы бар. Был – кинәт ҡуҙғыу, нәфрәт, кеше күп ерҙәрҙән ҡасыу, яңғыҙлыҡҡа ынтылыу кеүек күренештәр күҙәтелеүе.

 - Бәлки, һуғышта күп йөрөргә тура килмәгәнгәлер үҙемдә уны тоймайым. Мин белгән егеттәрҙә лә уны күҙәткәнем юҡ, осрашһаҡ, һөйләшеп туймайбыҙ, бергә балыҡҡа ла барабыҙ. Был күренеш юҡ тип тә инҡар итеп булмай, – ти Шамил.

Берҙитель силсәүит

Мерәҫ ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы булып эшләй башлай Шамил. 800-ҙән ашыу кеше йәшәгән ауылда  йәштәр тотҡарланмай. Буш торған өйҙәр бар. Мал көсө менән йәшәйҙәр. Баймаҡҡа ауылдан – 15 километр. Ауылдарында башлыса ерле халыҡ көн итә. Ире лә, ҡатыны ла ҡырҙан күсеп килгән парҙар юҡ тиерлек. Элек-электән был тоҡомдар һыйышып, бергә йәшәгән, ҡайғыһын да, шатлығын да бергә кисергән. Шамил үҙе атаһы яҡлап Бөрйән ырыуының ҡарһаҡтар (ҡара төлкө), әсәһе яҡлап шул уҡ ырыуҙың ҡаҙаҡтар  араһынан була. “Тормошта иң ҡыйыны – туғандар булмаһа. Минең, Аллаға шөкөр, ике яҡтан да улар күп. Атайым сығышы менән Бәхтигәрәй ауылыныҡы. 20-ләгән генә өйө ҡалған бәләкәй ауыл ул. Колхоз үҙәге Мерәҫтә булған. Шуға ла Бәхтигәрәйҙең егеттәре Мерәҫкә йөрөп эшләгән”, – тип һөйләй Шамил.

 “Таналыҡ” колхозы районды тотоп торған хужалыҡтарҙың береһе була.  Ауылдаштары баш баҫып эшләп тик йөрөгән. Атаһын ғына ал. Ғүмер буйына ошонда шофер булған. 1986 йылда Яр Саллынан үҙе барып "КамАЗ" алып ҡайта ла шул машинаһын бала кеүек итеп ҡәҙерләп баға, уны 24 йыл йөрөтә.

Нәҙербаев тоҡомдары барыһы ла ошонда төпләнгән. Атаһының ҡустыһы тәрәнерәккә төшөп, шәжәрәне эшләткән. Шамилдың атаһы Сәғәҙей Мөхтәр улы 55 йәшендә генә донъя ҡуя. Әсәһе Гүзәл Рәфҡәт ҡыҙы ғүмер баҡый РайПО-ла һатыусы булып эшләй. Ғаиләлә өс бала үҫәләр. Лена һеңлеһе Өфөләге инженер-техник лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Бер туған ҡустыһы Фәнил себерҙә – Сорғотнефтегазда иретеп-йәбештереүсе булып эшләй.

Былтыр район күләмендәге “Сәләмәт ауыл” район конкурсында Гран-при алғас, мерәҫтәрҙә “Айыҡ ауыл”да ҡатнашып ҡарау теләге уяна. Сөнки бик күп файҙалы эштәр башҡарыла  – “Сылтыр шишмә” программаһы буйынса ҡоҙоҡтар, шишмәләр таҙартып, кәртәләп алына. Урам, магазин исемдәренең русса, башҡортса дөрөҫ яҙылышы тикшерелеп, төҙәтелә.

– Ауылыбыҙҙан 32 егет – МХО-ла. Үкенескә күрә, дүрт егетебеҙ һәләк булды. Районда яуға киткәндәрҙең күбеһе беҙҙең ауылдан. Улар өсөн гуманитар ярҙам йыябыҙ. Ҡыйынға тура килмәһен өсөн солянкалар, салаттар ебәрәйек тибеҙ. Ылауҙың яугирҙәргә тотҡарлыҡһыҙ барып етеүен тәьмин итәбеҙ.

2024 йылда маскировка селтәре үрә башланыҡ. Ауылдаштарым Яраттағы Миләүшә апайҙан өйрәнеп ҡайттылар ҙа, аҡса йыйып, ҡулайламалар эшләп, дәррәү күтәрелеп сыҡтылар. Кәрәкле материалды шул апай аша алдырабыҙ. Районда  “Беҙ бергә”, “Һаҡлаусы фәрештә” ойошмалары төҙөлдө.  Ирекмәндәр Лилиә Такаева, “Яуҙаштар” етәксеһе Рәмис Әмиров һәм беҙҙең һорау буйынса район хакимиәте маскировка селтәрҙәре үреү өсөн бина бирҙе. Унда ремонт яһап алғас, ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ. Чаттарҙа мәғлүмәт биреп барабыҙ. Эш алға китте. Ауыл советының эше лә бөтөрлөк түгел. Хәлдән килгәнсә тырышабыҙ. Ауыл клубы мөдире Айһылыу Мөхәмәт ҡыҙы Дауытбаева һәм китапханасы Рафиға Афзал ҡыҙы Ғазина яугирҙәр өсөн кейемдәр тегә башланы. Уларҙы ялға ҡайтҡан яугирҙәргә бүләк итеп бирәбеҙ, – тип һөйләй Шамил Сәғәҙей улы.

– 2023 йылдың ноябрь айында райондың гуманитар ылауын оҙатып үҙем барып ҡайттым. Кременной, Северодонецк, Луганск, Новоайдар, Рубежный... Егеттәр ҡалды. Уларҙы күрге килде. Республика тарафынан яугирҙәргә гуманитар ылау ебәреү юғары кимәлдә ойошторолған. Таратып биреүсе үҙәк бар. Унда ла Баймаҡ егеттәре эшләй. “Гуманитарканы ай һайын йыябыҙ. Кем нимә менән ярҙам итә ала. Иҫәпләп ултырғайныҡ, ҡара иҫәп менән ауыл халҡы ғына меңдән ашыу банка консерва – салаттар, ит, ҡуйыртылған һөт  ебәргән. Шул сәғәттә шунда булабыҙ тип хәбәр ебәрһәк, егеттәр командирҙарынан рөхсәт алып, беҙҙе ҡаршы алырға әҙерләнә башлай. Үҙе сыға алмаһа, командирын йә иптәшен ебәрә. Шуға күрә ярҙам ала алмай ҡалғандар бик һирәк. Ике ирекмәндәр ойошмаһы, исемләп һалынған посылкаларҙы ла тейәйбеҙ, – ти Шамил.

Батыр яуҙа һынала

– Госпиталдә ауыр булды. Ауыр йәрәхәтлеләр палаталарҙа ыңғырашып ята икән тип уйлай инем. Улай түгел икән. Хәҙер медицина көслө. Бер ваҡыт Гөлназ Хәләфовна Ибраһимова шылтыратты. Ул Санк-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе. Сығышы менән Сосновканыҡы. Бөтә егеттәргә лә өйөнән аштар бешереп алып килә ине ул, береһен дә айырмай ҡараны, – тип яҡташына сикһеҙ рәхмәттәр уҡый Шамил.  – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡулынан Шайморатов миҙалын алыуым тормошомда тулҡынландырғыс ваҡиға булды.

Шамил яраланыу һөҙөмтәһендә биш тапҡыр операция кисерә. Табиптар уның ғүмерен һаҡлап алып ҡала. “Иң мөһиме – теремен. Шуның өсөн табиптарға рәхмәтлемен”, – ти Шамил.

...УАЗикка ике яралы егетте тейәйҙәр. Ҡараңғы төшә. Шамилды носилкаға һалып күтәреп килгән биш егет оҙатып тороп ҡала. Позициянан Северодонецк 40 километр тирәһе. “Юлда үлеп ҡалыуы мөмкин”, – тип үҙ-ара һөйләшкәндәрен ишетеп ята Шамил. Ялан госпиталенә индергәнсә үҙ аңында булыуы хәтәрҙән ҡотҡара. Ялан госпиталенә УАЗик килеп туҡтауыуы була йүгереп сығып, Шамилды күтәреп индереп операция өҫтәлендә кейемен ҡырҡа башлайҙар. Табиптың: “Уң ҡулын ҡырҡырҡа тура киләсәк”, – тигәнен дә ишетеп ята үҙе. “Ҡырҡа күрмәгеҙ инде”, – тип үтенә яугир.

- Барыбер ҡырҡасаҡтар... – тиҙәр.

- Уныһы икенсе. Бында ҡырҡмағыҙ, артабан күҙ күрер, – ти Шамил. Ҡулына ҡан йөрөһөн өсөн тамырҙарын ялғайҙар ҙа егетте Питер госпиталенә оҙаталар.

“Ватанды һаҡлаусылар” республика филиалы фонды етәксеһе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина үҙе шылтыратып хәлен белешә.

Башҡа милләт яугирҙәренең: “Башҡорт егеттәре әрһеҙҙәр һәм мул ҡуллылар”, – тип һөйләүҙәренән үҙебеҙҙекеләр өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ кисерә ул. Нимә кәрәк – барыһын да алып киләләр, тәьмин итәләр. Башлығығыҙ һәйбәт, тип маҡтауҙары ла күңелгә май булып яғыла.

Һуғышҡа егеттәр төрлө уйҙар менән юллана. Иң мөһиме, уларҙағы тыуған ил тойғоһо. Бер ваҡыт ауылдашыма: “Ағас ултырттыҡ, өмәләр үткәрәбеҙ, күренмәйһең. Илһөйәрлек шул эштәрҙән башлана, ҡустым”, –тинем. Хужа булайым тиһәң, башта үҙ ереңә документтарыңды хәстәрлә. Ниңә һыйыр көтмәйһең? Әсәйеңдең пенсийәһенә ҡәнәғәт булып йәшәйһеңме? Башҡорттар күтәрелһен тиһәк, иң тәүҙә уларҙың шәхес булараҡ үҫешеүен тәьмин итәйек. Һәр кем тырышһа, ул мөмкин.

"Атайым мулла булды. Әсәйем дә намаҙҙа. Дини белем алыу һәр ҡайһыбыҙға зарур. Ауылда кеше мал көтмәй икән, нимә тип әйтәһең? Көтөүлектәрҙе тултырып йөрөр биш һыйырың ҡайҙа? Юҡ икән, ауыл йәшәр тип әйтеп булмай", – ти Шамил.

...Барыһы ла бер йөрәккә һыя. Шамил Сәғәҙей улы - илем, милләтем, ерем тип йән атҡан илһөйәр егеттәребеҙҙең береһе. Уның менән һөйләшкәндән һуң аяҡ аҫтындағы ергә ныҡлы баҫып тороуыңды тояһың, иңгә ҡанаттар үҫә, күңелдә дәрт ҡабына. Һынауҙар уны ҡаҡшатмаған, сыныҡтырған ғына. Ул һаман да алғы һыҙыҡта. Киләсәктә лә уға уңыштар, һаулыҡ теләйек.

Гөлназ ҠОТОЕВА.

Баймаҡ районы.

Һүрәттәрҙә:

Яугир Шамил Нәҙербаев.

Шамил Нәҙербаевҡа БР Башлығы Радий Хәбиров М.Шайморатов миҙалын тапшыра.

Шамил Сәғәҙей улы – Мерәҫ ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы.

Шамил госпиталдә саҡта уның хәлен белергә Санк-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының етәксеһе Гөлназ Ибраһимова килгән.

Ғаилә архивы һәм автор фотолары.

 

Һынауҙар уны ҡаҡшатмаған, сыныҡтырған ғына
Һынауҙар уны ҡаҡшатмаған, сыныҡтырған ғына
Һынауҙар уны ҡаҡшатмаған, сыныҡтырған ғына
Һынауҙар уны ҡаҡшатмаған, сыныҡтырған ғына
Һынауҙар уны ҡаҡшатмаған, сыныҡтырған ғына
Һынауҙар уны ҡаҡшатмаған, сыныҡтырған ғына
Һынауҙар уны ҡаҡшатмаған, сыныҡтырған ғына
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас