Геройҙар дәүере
22 Август 2025, 14:10

Барыһы ла яҡшы булыр, әсәй, тигәйнең…

“Махсус хәрби операция  башланғас, улым менән һирәк һөйләштек. Мобилизацияға тиклем МХО-ны аңлап етмәгән мәл. Улымдың шылтыратыуын көтөп, йөрәккенәм сығып бара. Ике тапҡыр шылтыратты, икеһендә лә артығын һөйләмәне. 8 мартта төндә ят номерҙан шылтыратты, байрам менән ҡотланы, мине тынысландырыу ниәте­нәндер инде: “Барыһы ла яҡшы булыр, әсәй, Мариуполде алабыҙ, тиҙҙән, бәлки, бөтөр”, – тине. Өмөтләнгәндер... 

Барыһы ла яҡшы булыр, әсәй, тигәйнең…Барыһы ла яҡшы булыр, әсәй, тигәйнең…
Барыһы ла яҡшы булыр, әсәй, тигәйнең…

Махсус хәрби операция башланғанға тиклем, 2020 йылдың 9 майында, Илнар Байегетов Севастополь ҡалаһында диңгеҙ пехотаһының 810-сы гвардия бригадаһына эшкә урынлаша.

Суворов исемендәге хәрби училищены алтын миҙалға тамамлап, Рязань гвардияһының юғары һауа-десант командованиеһы училищеһын шулай уҡ алдынғылар рәтендә ҡыҙыл дипломға бөткән йәш белгес үҙенең һөнәре буйынса эшләргә ниәтләнеп, хәрби полицияға алынған еренән хәрби флотҡа күсереүҙәрен һорап ғариза яҙа.

Әсәһенең “Улым шунда ғына ҡал да ҡуй, кабинет эше бит, бәлки, күңелеңә ятыр” тигән кәңәшенә бала саҡтан һәр аҙымын үҙе планлаштырып өйрәнгән офицер Илнар Байегетов: “Минең улай кабинетта ултырғым килмәй, әсәй, һайлаған һөнәрем буйынса эшләйә­сәкмен”, – тип ҡыҫҡа ғына яуап бирә.

“Их, шул мәлдә ни эшләп кенә нығыраҡ торманым да, ниңә генә үҙенең яйына ҡуйҙым икән?” – тип тә уйланалыр Гөлшат апай Байегетова. Улын юғалтҡан һәр әсәнең төн йоҡоларын тартып алған бала үлеме ҡайғыһы йөрәктәренә тынғы бирмәй, хатта, ниңә генә патриот итеп үҫтерҙем икән, тигән үкенес тойғоһо, кемделер күрә алмау хистәре лә килеп сығыуы бар. Был хәлде бары тик үҙәген өҙөп тапҡан балаҡайын ҡара табутҡа һалып, ер ҡуйынына тапшырған ата-әсә генә аңлар төҫлө. Юғалтыу ҡайғыларынан  йәне­кәйе ҡатып, күңелгенәһе бушаған әсәнең башына килә торған уйҙарҙың осо ла, ҡырыйы ла булмаҫ кеүек. Тик халыҡта, һәр кешенең күрәсәге алдан яҙыла, тиҙәр бит.

1997 йылдың 28 июлендә Учалы районының Озерный ҡасабаһында донъяға килгән Илнарҙың да яҙмы­шында махсус хәрби операцияла ҡатнашыры һәм Мариуполь ҡалаһын алғанда батырҙарса һәләк булыры алдан яҙылдымы икән?.. Әллә инде бронежилетын кейгән булһа, иҫән ҡалыр инеме?.. Яҡындарын юғалтҡанда, һәр ваҡыт үлемдең сәбәбен инҡар итергә тырышып, үлемдең сәбәбен төрлөсә аңларға маташа. Беҙ ҙә шәп спортсы, иғтибарлы һәм эшһөйәр ул, яратҡан ир, иленә тоғро гвардия офицеры Илнар Байегетовтың мәңгелеккә күсеүенә һаман риза түгел. Мәңге уңалмаҫ яра булып ҡалыр был юғалтыу...

Өс йәшендә генә атайһыҙ ҡалған Илнар күп ваҡытын кеше балаларын тәрбиәләүгә йүнәлткән башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлшат Байегето­ваның уң ҡулы булып үҫә.  

– Башланғыс класта ла, аҙаҡ та улымдың өйгә эшен тикшермәнем, ҙурая килә йорт эштәрен дә үҙе белеп башҡарҙы. Артынан йөрөп, борсолоп, йә иһә нәсихәттәр уҡып ултырманым. Бәләкәй сағынан Илнар нисектер үҙ ваҡытын үҙе планлаштырырға, бар ергә өлгөрөргә өйрәнде, – ти әсәһе.

Ысынлап та, бар яҡтан килгән, бер ҡараһаң, ифрат ҡыйыу ҙа, шул уҡ ваҡытта оялсан да егет ине ул Илнар ҡустыбыҙ. Дуҫтары өсөн тоғро иптәш, әсәһенә ярҙамсыл ул, уҡытыусылар өсөн – идеаль уҡыусы. Илнар VI класты тамамлаған саҡта уның ныҡ ихтирам иткән уҡытыусыһы Нәҡип Әйүпов: “Был малайҙы артабан уҡытырға ине. Суворов хәрби училищеһына биреп ҡарағыҙ”, – тип әсәһенә кәңәш итә. Бәләкәй саҡтан “профессиональ футболсы булам” тип хыялланып, физик яҡтан үҙен ныҡ сыныҡтырған улының был кәңәшкә тиҙ генә риза булып, хәрбиҙәр әҙерләгән уҡыу йортона  юлланыуына әсә кеше шатлана, әлбиттә. Кем ҡыуанмаһын, һәр әсә балаһына белем биреп, уны яҡшы һөнәр менән тәьмин итеп, башлы-күҙле иткеһе килә бит.

Суворов училищеһына һынауҙы ул Өфөлә тота, 100 бала араһынан бер үҙе генә үтә. Был уҡыу йортонан да әсәгә рәхмәт хаттары ғына килеп тора. Рус теленән диктантты тотош төркөмдән иң яҡшыһы итеп башҡорт балаһының яҙыуы ла, уның һыу аҫтында ваҡыт буйынса  иң оҙаҡ тора алыуы ла барлыҡ Озерный урта мәктәбе уҡытыусыла­рында ғорурлыҡ тойғоһо уята. Каникулдарында ла ул “арыным, ял итәм” тип ятмай, эшен дә башҡара, дуҫтары менән футбол командаһы булдырып, районда турнирҙар үткәреү идеяһы менән дә яна.

“Махсус хәрби операция  башланғас, улым менән һирәк һөйләштек. Мобилизацияға тиклем МХО-ны аңлап етмәгән мәл. Улымдың шылтыратыуын көтөп, йөрәккенәм сығып бара. Ике тапҡыр шылтыратты, икеһендә лә артығын һөйләмәне. 8 мартта төндә ят номерҙан шылтыратты, байрам менән ҡотланы, мине тынысландырыу ниәте­нәндер инде: “Барыһы ла яҡшы булыр, әсәй, Мариуполде алабыҙ, тиҙҙән, бәлки, бөтөр”, – тине. Өмөтләнгәндер...

17 мартта рация аша ғына хәбәр бирҙе, тик үҙенең тауышын ишетмәнем.  Шунан һуң хәбәр булманы. 28 мартта  киленем шылтырата, телефонымды алырға ҡурҡам. Улым менән берәй хәл булыуы тураһындағы һүҙҙәрҙе ишеткем килмәй, хатта икенсе тапҡыр шылтыратҡанында ла алырға ҡулым барманы. Йөрәгем ниҙер һиҙенә, тик ышанғым килмәй. Телефонды алғас: “Яралы йә бер ҡулһыҙ, аяҡһыҙ, тип әйт, килен, тик һәләк булды, тип кенә әйтмә инде”, – тинем.

 Үкенескә ҡаршы, минең ышанысым, беренсе улым – гвардия-лейтенанты Илнар Байегетов ҡот осҡос алышта иң беренсе аяғына яралана, һуңынан йөрәгенә яра ала. Эвакуацияланған саҡта уҡ күп ҡан юғалтып, йән бирә...” – тип өҙгөләнә әсә.

Яҡындарым янына һирәк ҡайтҡас, малайҙарҙы һирәк күрҙем, тик шунда булған арала Илнарҙың һәр көн футбол уйнарға тип Динарға, Рушанға килгәненә һөйөнә инем. Ҡасандыр йәшел генә итектәрен кейеп, оялсан ғына йылмайып торған малайҙың буй еткергәнен, яҡшы уҡығанын ишетеп-белеп торҙом. Кәләш алғас, үҙенә генә оҡшаған балаҡайҙары булыр, отпускыһы һайын ҡайтып, футбол турниры үткәрер әле ул, тигән уйҙар бар ине...

Бәләкәй сағында профессиональ футболсы булырға хыялланған Илнар Байегетовтың  әсәһе һәм дуҫтары Учалы районының спортсылары араһында Илнар Байегетов кубогына йыл да футбол турниры үткәрә. Был сараға, дуҫтары­ның яҡты иҫтәлеген ихтирам итеп, төрлө ҡалаларҙан егеттәр килә. Ул уҡыған урта мәктәптә иҫтәлекле таҡтаташ асылған, Суворов хәрби училищеһында герой партаһы булдырылған һәм иң яҡшы уҡыусыға Илнар Байегетов исемендәге премия йыл да тапшырыла. Тимәк, батырыбыҙҙың исеме онотолмаясаҡ.  Йәш офицерҙың түгелгән ҡаны, ҡыйылған йәне өсөн ҡон алыусылар бар һәм буласаҡ.

Зилә ҒӘЛЛӘМОВА.

Фото сығанағы: Зилә Ғәлләмова.

 

Барыһы ла яҡшы булыр, әсәй, тигәйнең…
Барыһы ла яҡшы булыр, әсәй, тигәйнең…
Барыһы ла яҡшы булыр, әсәй, тигәйнең…
Барыһы ла яҡшы булыр, әсәй, тигәйнең…
Барыһы ла яҡшы булыр, әсәй, тигәйнең…
Автор:
Читайте нас