Геройҙар дәүере
22 Август 2025, 09:30

Һәр банкала – күңел йылыһы

Исмаил ауыл халҡының өлгөһөнә эйәреп, шишмәләр ҙә яугирҙәргә тәмле йәй күстәнәстәрен әҙерләргә булды.

Һәр банкала – күңел йылыһыҺәр банкала – күңел йылыһы
Һәр банкала – күңел йылыһы

 Дүртөйлө районының Шишмә ауылы халҡы яугирҙәргә тәмле күстәнәс әҙерләне. 70 банка рассольник һәм 30 банка салат оҙаҡламай Ватан һағында торған яҡташтарыбыҙға барып етәсәк. Ауыл биләмәһе чатындағы Әлфина Килмәтованың саҡырыуын хуплап, ауылдаштар дөйөм эшкә өлөш индерергә  ашыҡты.

 Кемдер йәшелсә, кемдер аҡса килтерҙе. Исмаил ауыл халҡының өлгөһөнә эйәреп, шишмәләр яугирҙәргә тәмле йәй күстәнәстәрен әҙерләргә булды. Тәүҙә “Племзавод”Чишма” йәмғиәте директоры Рөстәм Әсәновҡа ашхана бинаһын биреп тороуҙы һорап мөрәжәғәт итте.  Иртә таң менән эш ҡайнаны. Кемдер йәшелсә йыуа, таҙарта, турай... Һәр банкаға ҡатын-ҡыҙҙарҙың күңел йылыһы, тыныс тормошҡа өмөт сатҡыһы һалынды. Бынан тыш, туҡмас ҡырҡып, ҡаптарға тултырылды. Оҙаҡламай тәмле күстәнәстәр алғы һыҙыҡҡа оҙатыу өсөн   М. Шайморатов исемендәге Дүртөйлө штабына килтереләсәк.

 Бынан тыш, ауылдаштар яугирҙәр өсөн кейем-һалым, дарыу, гигиена саралары  йыйып тапшырҙы.  

 Хәҙер шишмәләр тәмле һыйҙарының  тыуған яҡ йылыһын һағынып көткән яугирҙәргә имен-аман барып етеүен көтә.

 Фото:”Маяҡ” гәзите.

 

Һәр банкала – күңел йылыһы
Һәр банкала – күңел йылыһы
Һәр банкала – күңел йылыһы
Һәр банкала – күңел йылыһы
Һәр банкала – күңел йылыһы
Һәр банкала – күңел йылыһы
Һәр банкала – күңел йылыһы
Һәр банкала – күңел йылыһы
Һәр банкала – күңел йылыһы
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас