

Батыр үлһә лә, даны үлмәй
Раил Таяр улы Ҡорамшин Учалы районының Ҡужай ауылында тыуып үҫкән. Ҡуйы урманлы, ҡая-ташлы тауҙарға һыйынып ҡына ултырған бәләкәй был ауылды, бәлки, күптәр ишеткәне лә юҡтыр. Мәгәр, тап шул яҡта данлыҡлы ишан, дин әһеле, мәғрифәтсе Зәйнетдин Рәсүлев тыуған, атайсалынан илһам һәм рухи көс алған тиһәк, күптәрҙең күҙе асылып киткәндәй булыр. Эйе, был ырыҫлы төбәк халҡыбыҙ һәм илебеҙ яҙмышында яҡты эҙ ҡалдырған байтаҡ шәхестәрҙең тыуған ере ул. Бөгөн һүҙ тап шундай ир-егеттәр тураһында.
Раил Таяр улы 2022 йылдан махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул ғына түгел, контракт буйынса ул яу яланына улы Альберт менән бергә юлланған. Бығаса оҙаҡ йылдар төрлө төбәктәрҙә водитель булып эшләгән. Ҡатыны Гүзәл менән ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөгөн һүҙ иһә тап Ҡорамшиндарҙың төпсөктәре тураһында барасаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр Альберт Ҡорамшин 26 йәшендә хәрби задание үтәгәндә батырҙарса һәләк булған. “Рубин” позывнойы аҫтында “Учалы” тигән яҙыулы танкта алышҡан яугир хаҡындағы мәңгелек иҫтәлек, әлбиттә, тәүге сиратта, уның яҡындарының йөрәгендә йәшәй. Тап шуға күрә, форсаттан файҙаланып, Раил Таяр улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ, батыр рухын шатландырҙыҡ.
– Раил ағай, Альберттың бала сағы, мауығыуҙары ниндәй ине?
– Бәләкәстән улыбыҙ тәртипле, итәғәтле булды. Һәр кем менән уртаҡ тел таба белде. Дуҫтары, таныштары, һабаҡташтары хөрмәт итте, әле лә йылы һүҙҙәре менән иҫтәлеген яңыртып торалар... Ғөмүмән, тормош буйынса Альберт ҡуйған маҡсаттарына табан тыныс, ышансылы аҙымдар менән ынтылды. Бала саҡтан спорт менән мауыҡты, боксты үҙ итте. Учалыла билдәле тренер Ирек Һағынбаевта шөғөлләнде. Техникаға бәләкәстән ылыҡты, рулгә лә бәләкәстән ултырҙы, белмәгән нәмәһе юҡ ине был өлкәлә. Альбертты ныҡ мауыҡтырған ғәмәлдәрҙең береһе – ҡорал булды. Минең менән һунарға йөрөнө, пневматик ҡоралдан атырға ла өйрәнде. Үҫмер сағында уҡ, әллә ни тәжрибәһе булмаһа ла, иң ҡатмарлы сәпкә тейеүе менән хайран ҡалдырҙы. Әммә хыялы икенсе ине уның. Вертолетта осорға, һауа киңлектәрен иңләргә булды иҫәбе. Әммә яҙмыштың үҙ боролоштары. Бер аҙ үҫкәс, был хыялы тоноҡланып ҡалды, әммә атыуға булған һөйөүе һүрелмәне. Армияға бик теләп китте. Әлбиттә, унда ла Альберттың атыуға маһирлығын күрмәй ҡалмағандар. Артабан ул ошо йүнәлеш буйынса хеҙмәт итте, төплө хәрби мәктәп үтте. Махсус хәрби операцияла ул төрлө ҡоралдарҙа күнекмә үткәрҙе, оҫталығын арттырҙы.
– Ғаиләгеҙ менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Гүзәл менән бер ауылда, бергә үҫтек. Мин хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас өйләндек. Өс балаға ғүмер бирҙек. Ҡатыным – уң ҡанатым, төп кәңәшсем һәм ярҙамсым. Әсә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, ғаилә усағы йылыһын һаҡлаусы, бөтәһен дә берләштереүсе һәм күңел йылыһын өләшеүсе кеше ул.
Бөгөн уның һаулығы өсөн борсолабыҙ. 2019 йылда ике тапҡыр ковид сирен кисерҙе, уның эҙемтәләре һаман да һаҡлана. 2022 йылда беҙҙең аталы-уллы махсус хәрби операцияға юлланыуыбыҙ ҙа уға сабырлыҡ, рух көсө талап иткән ауыр һынау булды. Мин хәрби операциянан ялға ҡайтҡан арауыҡтарҙа уны табиптарға йөрөтөргә тырышам. Күптән түгел “Янғантау” шифаханында һаулыҡты нығыттыҡ.
Силәбе ҡалаһында төпләнгән өлкән ҡыҙыбыҙ ғаиләһендә дүрт бала тәрбиәләнә. Ҡыҙым матурлыҡ өлкәһендә шәхси эшҡыуар, үҙ эше бар. Кейәүебеҙ оҙаҡ йылдар хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итте. Өлкән улдары әлеге ваҡытта Силәбе юғары хәрби училищеһында штурман һөнәрен үҙләштерә. Икенсе ейәнебеҙ ҡотҡарыусы буласаҡ: ул да Силәбелә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йүнәлеше буйынса белем ала. Өсөнсө ейәнем дүртенсе класты тамамланы. Көтөп алған дүртенсе ҡыҙҙары бәләкәй әле. Икенсе ҡыҙыбыҙ – Учалы балалар табыу йортонда медицина хеҙмәткәре, кейәү ҡала предприятиеларының береһендә эшләй. Өс балалары бар.
Балаларыбыҙҙы берҙәм, татыу булығыҙ, бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ, аралашып йәшәгеҙ, тип тәрбиәләнек. Шөкөр, улар өсөн тынысбыҙ, шатбыҙ, имен-һау йәшәһендәр, балаларын аяҡҡа баҫтырһындар, тип торабыҙ.
– Альберттың да бәләкәс ҡыҙы бар, ейәнсәребеҙҙе көтөп алабыҙ, тип телгә алғайнығыҙ...
–Махсус хәрби операцияға тиклем Альберттың һөйгән ҡыҙы булды. Бик матур башланған мөхәббәт тарихы ине лә бит... Никах уҡытып өлгөрҙөк, әммә туйға барып етмәне. Улыбыҙ яуға йүнәлгәндә, килен ауырлы ине. Әлеге ваҡытта бәләкәй ейәнсәребеҙ Айлин – улыбыҙҙың дауамы, күңелебеҙгә йыуыныс биргән татлы бала. Улыбыҙҙың ҡыҙы үҫеүен, нығыныуын күрмәүе бигерәк аяныслы. Альберт балаларға ҡарата һәр саҡ йылы мөнәсәбәттә булды. Апаларының ҡыҙҙарын – һеңлеләрен бер ваҡытта ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы, улар менән аралашырға, уйнарға яратты. Айлинды ла бөгөн ҡыҙҙарыбыҙ, ейәнсәрҙәребеҙ һәр саҡ көтөп ала, рәхәтләнеп күңел асалар, һөйләшәләр.
– Атай һәм ул мөнәсәбәттәре бик яҡын булғандыр. Хатта хәрби операцияға ла бергә юлланғанһығыҙ...
– Ысынлап та, улым менән бәләкәстән гел бергә булдыҡ. Уны барлыҡ хужалыҡ эштәренә өйрәтергә тырыштым, техникаға ылыҡтырҙым. Хеҙмәт рәтен белгән кеше тормошта бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай ул. Бер аҙ үҫеп, ҡул араһына керә башлағас, әсәһе: “Улым, һин эшләгән эш хатта атайыңдыҡынан да яҡшыраҡ килеп сыға бит”, – тип күңелен үҫтереп ебәрә торғайны. Һәр яҡлап шәхесен үҫтерергә, ныҡлы рухлы, сыҙамлы, яуаплы кеше итеп тәрбиәләргә тырыштыҡ һәм Альберт бер ваҡытта ла йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне.
Ул кешеләр менән дә аныҡ һөйләшә, фекерен асыҡ итеп еткерә белә ине. Махсус хәрби операция биләмәһендә, командир булараҡ, хеҙмәттәштәре араһында хөрмәт ҡаҙанды, теүәл һәм аңлайышлы итеп заданиеларҙы еткерә белеүе менән мине лә хайран итә ине.
Альберт һәләк булыр алынан уға лейтенант званиеһы бирҙеләр, йәл, был погондарҙы иҫән сағында кейеп өлгөрмәне... Хәрби дуҫтары менән әле лә аралашып торабыҙ. Уны барыһы ла яуаплы, ҡурҡыу белмәҫ батыр тип хәтерләй, шәп командир ине, тип билдәләйҙәр. Йәл... Әгәр иҫән булһа, уны ҙур киләсәк һәм юғары ҡаҙаныштар көткәнлегенә иманым камил. Тик яҙмыштың үҙ ҡанундары. Бөгөн беҙҙең өсөн тәүге сиратта уның иҫтәлеген мәңгеләштереү мөһим.
– Ҡыйын булһа ла, иң ауыр көн тураһында иҫкә төшөрөп үтегеҙ әле...
– Улымдың ғүмере 2024 йылдың 7 апрелендә өҙөлдө. Был хәл Авдеевка ҡалаһы эргәһендәге Тоненькое ауылы эргәһендә булды. Полк командиры уға мотоуҡсылар менән МТЛБ һәм БМП хәрби машиналарын оҙатыу бурысын йөкмәткән. Әйтергә кәрәк, бер нисә команда был ниәттән баш тартҡан. Беҙҙең Альберт ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу булыуы менән айырылып тора ине, ул шунда уҡ ризалашҡан һәм күп тә тормай уның танкы дошман уты аҫтына эләккән... Экипаждың иҫән ҡалыусы ир-егеттәре булһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыш Альбертты аямаған. Мин дә был урындан алыҫ булмаған ерҙә хеҙмәт итә инем. Ауыр хәбәр килеп етеү менән Альберт алышҡан урынға ашыҡтым. Әммә уның танк эсендәге кәүҙәһен тиҙ арала сығарыу форсаты булманы: туҡтауһыҙ дрондар һөжүм итте.
Нацистар “Рубин” позывнойы аҫтында алышҡан башҡорт батыры артынан күптән күҙәтеү алып барғаны ла билдәле ине, бәлки, был һөжүм махсус ойошторолған булғандыр... Альберттың һәләк булғанын белә тороп, дошмандарҙың ҡыйратылған танк эсенә ҡабаттан граната ташлауы, яугирҙең кәүҙәһен барып алыу мөмкинлеген оҙаҡ ваҡыт бирмәүҙәре ошоға ишаралай. Һөҙөмтәлә, Альбертты ерләү өсөн 5 майҙа ғына үҙебеҙҙекеләр яғына алып сыға алдыҡ... Был ҡара көн иҫтәлектәре һаман йөрәкте өтә, үкенесле урындары күп, әммә ваҡытты кире бороп булмай.
– Әйткәндәй, аталы-уллы яуға юланыуығыҙҙың төп сәбәбе нимәлә?
– Һәр ир-ат Ватанды һаҡларға бурыслы, тип иҫәпләйем. Кем, әгәр беҙ булмаһаҡ? Альберт улым да ошоға инанып йәшәне һәм ғүмерен Ватан именлеге өсөн бирҙе.
Быға тиклем Альберт, белем алып, армияла хеҙмәт иткәндән һуң, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләп йөрөй ине. Махсус хәрби операция башланғас, ул бер шикләнеүһеҙ Ватан мәнфәғәттәрен яҡларға барырға теләген белдерҙе. 2022 йылдың апрелендә контрактҡа ҡул ҡуйҙы, мин иһә ул киткәс, бер айҙан һуң хәрби хәрәкәт зонаһына юлландым.
Альберт Сыбаркүл танк дивизияһының алтынсы танк полкына эләкте. Бер ай пехотала иҫәптә торҙо. 23 майҙа ул алғы һыҙыҡта ине инде. Ҡыҙыл Лиманды алыуҙа ҡатнашты. Тиҙҙән “Т- 72” танкыһында механик-водитель, һуңыраҡ танк һәм взвод командиры тип тәғәйенләнде.
Мин әле лә хәрби рәттәрҙә ҡалам, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусымын. Улым һәләк булғандан һуң, етәкселек миңә ил эсендәге хәрби частәргә күсергә тәҡдим ите. Төрлө тәҡдимдәрҙе тыңлап ҡарағандан һуң, гуманитар ярҙам менән шөғөлләнергә булдым. Әлеге ваҡытта хәрби операция зонаһына фура менән 20 рейс йөк алып барҙым, еңел машиналарҙа ла юлға сығам. 6-сы танк полкына һәм мобилизацияланған егеттәребеҙгә һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тырышам. Күптән түгел алғы һыҙыҡта булған Учалы егеттәре бәйләнешкә сыҡты һәм ярҙам күрһәтеүҙе үтенде. Тимәк, шуның менән шөғөлләнәсәкмен. Форсат сыҡҡанда мәктәптәрҙә “Батырлыҡ дәрестәре” уҙғарам, егеттәребеҙҙең батырлыҡтары, махсус хәрби операция үҙенсәлектәре хаҡында һөйләйем, балаларҙың төрлө һорауҙарына яуап бирәм.
– Һеҙ – тынғыһыҙ булмышлы кеше...
– Һуңғы бер нисә йыл ғаиләбеҙ өсөн ҡатмарлы булды, үрҙә телгә алған ваҡиғалар тормошобоҙҙо тулыһынса үҙгәртте, әммә инаныуҙарҙы нығытты һәм йәшәйеш ҡиммәттәрен тағы ла тәрәнерәк баһаларға өйрәтте.
Ғүмер өсөн хәүефле минутар иң ябай ғәмәлдәрҙе, әйтәйек, яҡындарың имен-һау булып, улар эргәһендә һөйләшеп ултырыу; өҫтәл артында тәмлекәстәр менән сәй эсеү; йомшаҡ түшәктә йоҡоң туйғансы ял итеү һәм башҡа ваҡ-төйәктәрҙең ни тиклем ҡәҙерле, мөһим, ҡиммәтле һәм кәрәкле төшөнсәләр икәнлеген аңларға мөмкинлек бирә. Шул уҡ ваҡытта бурыс төшөнсәһе бар. Ватаным, үҙем, улымдың рухы алдындағы бурыстар мине алға әйҙәй һәм хәлемдән килгәндә мин Альберттың яуҙаштарына, яҡташтарыма хәлдән килгәнсә ярҙам итәсәкмен, еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөмдә индерәсәкмен.
Альберт ҡыҫҡа, әммә сағыу, мәғәнәле тормош юлын кисерҙе, дәүләт тарихына исемен ҡылған батырлыҡтары менән яҙҙы һәм илебеҙ халҡы тыныс тормошта йәшәһен өсөн ғүмерен ҡорбан итте. Яугир улымдың яҡты иҫтәлеге – мәңгелек.
Биографик белешмә
Лейтенант Альберт Раил улы Ҡорамшин 1997 йылдың 30 июнендә Силәбе өлкәһе Уй районы Октябрьский ҡасабаһында тыуған. Учалы ҡалаһының 10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлаған. 2013-2015 йылдарҙа Учалы тау сәнәғәте колледжында “Автомеханик” һөнәре буйынса уҡыған. 2016 – 2017 йылдарҙа хәрби хеҙмәт үткән. Артабан Өфө автотранспорт техникумын «техник-механик» һөнәре буйынса тамамлаған. 2022 йылдың майында махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөгән. 2024 йылдың 7 апрелендә хәрби задание үтәгәндә батырҙарса һәләк булған.
Ҡаһарманлығы өсөн “Хәрби берләшмәне нығытҡан өсөн”, “Батырлыҡ өсөн”, Генерал Шайморатов миҙалдары менән наградланған. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙакәрлеге һәм батырлығы өсөн үлгәндән һуң Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаһы – Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән. Батырлыҡ ордены кавалеры. (үлгәндән һуң).
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әңгәмәләште.
Фотолар геройҙың шәхси архивынан.