

Яугирҙәр өсөн эсәр һыу кәрәк, тигәс, Бәләбәй механизация һәм электрификация колледжы уҡыусылары класс етәксеһе Гөлнара Рәмил ҡыҙы менән бергә эшкә тотондо. Улар “СВОих не бросаем. Бәләбәй” төркөмө келәтенә һыу шешәләрен килтерҙе. Анновка ауылы халҡы ла алдынғы һыҙыҡҡа һыу ебәреү өсөн аҡса йыйып тапшырҙы.
Глуховская ауылы халҡы һәм “Глуховская” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре биш литрлы 230 шешә һатып алып килтергән. Ауыл халҡының берҙәмлеге, миһырбанлығы, ярҙамсыллығы, дөйөм эштән ситтә ҡалмауы һоҡландыра. Изгелегегеҙ үҙегеҙгә икеләтә ҡайтһын, һеҙгә һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ, бәләбәйҙәр!
Фото:”Белебеевские известия” гәзите.