

Башҡортостандың әүҙем ирекмәндәре яугирҙәр өсөн “Еңеү сәйе” әҙерләү менән мәшғүл. Көнсығыш район-ара “Ғаилә” үҙәге ветерандары “Мост” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ирекмәндәре менән берлектә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә шифалы үлән сәйе ебәрергә булды.
Айырыуса өлкән йәштәгеләр был башланғысты хуплап күтәреп алды. Улар йыйылған үләндәр менән бергә ҡаптарға йөрәк йылыһын да, әсәйҙәрсә хәстәрлеген дә ҡуша. Хуш еҫ бөркөп торған сәй мәтрүшкә, аҡ сәскә, ер еләге япраҡтары, кейәү үләне, йүкә сәскәһе, боланут һәм башҡа файҙалы үҫемлектәрҙән тора.
Ирекмәндәр араһында ла яҡындарын махсус хәрби операция зонаһына оҙатҡан әсәйҙәр, ҡатындар бар. Улар әҙерләгән һәр сәй ҡабы һалдаттар өсөн рәхмәт, ярҙам тойғоһо ла ул.
– Беҙҙең ябай ғына, әммә ихлас күңелдән әҙерләгән бүләктәребеҙ Ватанды яҡлаусыларҙың рухын күтәрһә ине. Яугирҙәребеҙҙең һәр береһен өйҙә көтәләр, – ти акцияла ҡатнашыусылар.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.