

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир Рәлиф Бәҙретдинов “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” республика акцияһында ҡатнашып, хәйриә акцияһына үҙ өлөшөн индерҙе.
“Был көслө рухлы, Тыуған илен сикһеҙ яратҡан яҡташыбыҙ бөтәбеҙ өсөн дә сағыу өлгө”, тип яҙа “Ҡариҙел” гәзите. Илһөйәрлек тойғоһо фронтта Ватанды һаҡлауҙа ғына түгел, киләсәк быуынды хәстәрләүҙә лә сағыла. Ул ауыр тормош хәленә юлыҡҡан ғаиләләрҙәге балалар өсөн ранецтар, уҡыу кәрәк-яраҡтары алыуҙа матди ярҙам күрһәтте. Бүләктәр уҡыусыларға яңы уҡыу йылына әҙерлек менән, шатланып инергә ярҙам итәсәк.
–Беҙ Рәлиф Әлфир улына ихласлығы, донъяны матурыраҡ, йомартыраҡ,ә балаларҙы шатыраҡ, бәхетлерәк күрергә теләүе өсөн рәхмәтлебеҙ. Геройыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ теләйбеҙ, уның еңеү менән тыуған яҡҡа тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ. Изгелеге үҙенә икеләтә әйләнеп ҡайтһын!– ти “Ғаилә” хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре.
Фото: “Ҡариҙел” гәзите.