

Махсус хәрби операция биләмәһенә командировкалар барышында мотлаҡ госпиталдәрҙә лә булып, яҡташ егеттәрҙең хәлен белергә, дауаланыу шарттары менән танышырға тырышабыҙ. Баймаҡ ҡалаһынан “Солтан” позывнойлы яугир менән Луганскиҙағы госпиталдә таныштыҡ. Сығышы менән ошо райондың Ҡыуат ауылынан икән. Бер ҡулы ныҡ ҡына яраланған. Һыҙланыуына ҡарамай, беҙҙең менән ихлас әңгәмәләште.
Ул үҙен Әхнәф – “Солтан” тип таныштырҙы. 56 йәш икән. Ярайһы уҡ олпат йәштә контракт төҙөп, ил һағына баҫырға ҡарар итеүенә нимә этәреүе менән ҡыҙыҡһындым.
– Мин Чечнялағы хәрби бәрелештәрҙә лә контракт нигеҙендә ҡатнашҡайным. Баймаҡта үҙебеҙҙең ойошма бар, даими аралашып йәшәйбеҙ. 2023 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, ветерандарҙың хәрби берләшмәләре күтәреп сыҡҡан тәҡдимде хуплап, “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы төҙөү тураһында иғлан итте. Унда элекке хәрбиҙәр, төрлө ҡораллы бәрелештәрҙә сынығыу алған ир-егеттәр күпләп яҙылды. Беҙ, Баймаҡтағы “чеченецтар” ҙа, ошо полкҡа яҙылырға ҡарар иттек. Ҡаланан – өс егет, шулай уҡ райондың төрлө ауылдарынан байтаҡ иптәштәр теләк белдерҙе. Шуға күрә бөтә дуҫтарым бында юлланғанда, ситтә ятып ҡала алманым, – тип һөйләне “Солтан”.
Ул тәүҙә тәьминәт ротаһында була, артабан инде уҡсы булып китә. Әлеге яраһын ниндәй шарттарҙа алыуын белештем.
– Заданиеға барғанда булды. Польшала етештерелгән минометтан аттылар. Ул бөтөнләй тауышһыҙ, шуға күрә алдан ишетеп, белеп булмай, – ти яугир.
Махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Солтан” Шайморатов миҙалына лайыҡ булған. Был награданы тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан мәлдә, хәрби хәрәкәттәр ветерандары слеты барышында тапшырғандар. Әле уны Жуков миҙалы менән бүләкләгәндәр, тик награда әлегә үҙ геройын эҙләп тапмаған. Яҡын арала был миҙал да уның күкрәген биҙәр, тип ышанайыҡ.
Яугир даими иғтибар-хәстәрлек өсөн республика етәкселегенә, халыҡҡа, айырыуса яҡташтарына ҙур рәхмәтен белдерҙе. “Районыбыҙҙан гуманитар йөк бик йыш килеп тора. Бында егеттәргә ярҙам һәр ваҡыт кәрәк, шуға күрә беҙҙең хаҡта хәстәрлек күргән һер кемгә ихлас рәхмәтебеҙҙе еткерегеҙ”, – тине ул. Шулай уҡ дауаланыу шарттары менән риза булыуын, табиптарҙың, медицина хеҙмәткәрҙәренең яралыларҙы тиҙерәк аяҡҡа баҫтырыу, уларҙың хәлен еңеләйтеү өсөн барыһын да эшләүен әйтте.
Тыуған яғында Әхнәфте ғаиләһе, һөйөклө ҡыҙы һәм ейәндәре көтә. Уның имен-аман йүнәлеп, тиҙерәк аяҡҡа баҫыуын, яуҙар тамамланып, тыуған яғына, яҡындары янына һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуын теләп хушлаштым.
Автор - В. УРАЗБАЕВ.
Автор фотолары.
Луганск Халыҡ Республикаһы.