

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ тыуған еренә буш ҡул менән ҡайтмаҫҡа тырыша. Дүртөйлө районынан “Сармат” ҡушматлы яугир - Рәсәй Милли гвардияһының Башҡортостан Республикаһындағы идаралығында хеҙмәт иткән офицер. Ул командировкаларының береһенән ҡайтҡас, урындағы музейға хәрби атрибуттар бүләк иткән.
Уның туғаны – локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусы Вадим Сәлимгәрәев Ватан өсөн ғүмерен биргән яугир. Уның иҫтәлеген 1-се мәктәтә мәңгеләштергәндәр, Яңы Кәңгеш ауылында уның хөрмәтенә Герой партаһы асҡандар.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, “Сармат” беренсе булып ҡаланың 1-се мәктәбенә хәрби атрибуттар алып килә башлаған һәм был патриотик музей булдырыуға башланғыс булған. Хәҙер ул тарихи экспонаттарҙы күберәк кеше күрә алһын өсөн уларҙы урындағы тарих–тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырыу өҫтөндә әүҙем эшләй.
"Сармат" Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов менән осрашыу ваҡытында алып ҡайтҡан хәрби атрибуттарын күрһәткән.
– Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ менән осрашыуҙар минең өсөн һәр ваҡыт тулҡынландырғыс. Илһөйәрлеге һәм Ватанды яҡлағаны өсөн яҡташыма ихлас рәхмәт белдерәм. Уңышлы командировкалар, ныҡлы һаулыҡ һәм хәүефһеҙлек теләйем, – тип белдерҙе Риф Йосопов.
Фото: vk.com/yusupovrif.