

Махсус операция биләмәһенә командировкалар мәлендә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, танышыуҙар ҙа булып ҡуя. “Башҡортостан” полкында хеҙмәт иткән “Молодой” позывнойлы яугир менән танышыу ҙа күңелдә бер аҙ ғәжәпләнеү, йәш кенә егеттең тәүәкәллеге менән һоҡланыу хистәре уятты.
Үҙен Максим – “Молодой” тип таныштырған егеткә 18 генә йәш. Адыгей Республикаһынан булып сыҡты ул. Уның нисек МХО-ға, беҙҙең “Башҡортостан” полкына эләгеүе менән ҡыҙыҡһындым.
– Ғинуарҙа 18 йәшем тулғайны, февралдә контракт төҙөнөм дә килдем. Үҙебеҙҙең республиканан түгел, ә Калуга хәрби комиссариаты аша юлландым. Бер ниндәй ҙә ҡурҡыу хисе булманы, үҙемдең ҡайҙа барыуымды яҡшы аңлай инем. Мине “Башҡортостан” полкына, матди тәьминәт ротаһына тәғәйенләнеләр. Бына ярты йыл хеҙмәт итеп йөрөйөм. Полкта үҙ-ара мөнәсәбәт һәйбәт, коллектив дуҫ. Миңә баштан уҡ бөтәһе лә “Молодой” тип өндәшкәс, позывнойым да шулай, – тип һөйләне Максим.
Уның бында булыуын ғаиләһе, йәғни ата-әсәһе һәм туғандары белмәй булып сыҡты. Ғаиләлә ул – кинйә малай, өс апаһы бар икән. Быға тиклем Максим Мәскәүҙә эшләгән. Контракт төҙөгәс, ул барыһына ла Себергә эшкә юлландым тип әйткән. Бары тик апайҙары менән генә бәйләнеш тота. “Әлегәсә әйтмәнем, был – сер. Уларҙы борсоғом килмәй”, – ти йәш яугир.
Яңы 18-е тулған баланың был аҙымға барыуы, тәүәккәллеге нигеҙендә ниндәй сәбәп ятыуы менән нығыраҡ ҡыҙыҡһындым.
– Беҙ бит – тоҡомло казактар, шуға күрә хәрби тормош һәр ваҡыт үҙенә тарта. Йәшәгән ҡасабабыҙҙа ла ошо хәрәкәт үҫешкән, беҙ, малайҙар, бала саҡтан уға ылыҡтыҡ. Минең кеүек 18-19 йәштә контракт төҙөгән таныштарым байтаҡ. МХО тамамланғандан һуң да үҙемде хәрби итеп күрәм, – тип яуапланы ул етди итеп.
Максим “Башҡортостан” полкындағы үҙ-ара мөнәсәбәт, өлкән яугирҙәрҙең йәштәр тураһында хәстәрлек күреүе тураһында ихлас итеп һөйләне. Республика етәкселегенең, Башҡортостан халҡының даими ярҙам итеүен, кәрәкле төҙөлөш материалдары күпләп ебәреүен әйтте ул.
– Яуҙаштарға исемле посылкалар ҙа йыш килә. Башҡорт халҡының милли ризыҡтарын – бал, сәксәк ебәрәләр. Егеттәр мине лә күстәнәстәр менән һыйлай. Үлән сәйҙәре бик тәмле, – ти “Молодой”.
Беҙ ҙә уға күстәнәс тип Башҡортостандан алып барған сәксәкте бирҙек. Бик ҡыуанып ҡабул итте. Йәш яугиргә: “Имен-аман хеҙмәт ит, үҙеңде һаҡла!” тигән изге теләктәребеҙҙе лә еткерҙек.
В. Уразбаев.
Автор фотоһы.